Сибай юлсылары Крупская урамы осондағы юлды рәтләп бөтөп, Тыныслыҡ урамын төҙөкләндерә башланы. Сибай ҡалаһының Крупская урамына 240 погонлы метр асфальт түшәлде. Шулай уҡ юл ситенә 100 метрҙан ашыу тротуар һалынды. Әлеге көндә ҡаланың “СибДорСтрой” йәмғиәте эшселәре унда эштәрен тулыһынса тамамлап, икенсе урынға күсте. Биҫтәлә йәшәүселәр ялтыр асфальттан бигерәк йәйәүлеләр өсөн бигерәк тә уңайлы булған тротуар өсөн ҡыуана.
-Юлдың был өлөшөн эшселәр ике аҙна дауамында рәтләне. Хәҙер улар Крупская урамы менән киҫелешкән Тыныслыҡ урамына асфальт йәйә башланы. Был урамда юлдыҡ 8 мең квадрат метр арауығы төҙөкләндерелә. Тротуар һалыу ҡаралмай, йәмәғәт урыны - автобус туҡталышы булған ерҙә генә юл бер аҙ киңәйтеләсәк, -- тине
«Сибайдорстрой» йәмғиәте директоры урынбаҫары Александр Елизарьев.
-Шул тиклем ҡыуанам тротуар һалыныуға. Ҡамышлы үҙәк ҡасабаһында оҙаҡ йылдар йәшәйем. Балалар оло юлдан мәктәпкә йөрөнө. Ҡыш көнө бигерәк ҡурҡыныс ине. бына хәҙер бигерәк шәп булды, тротуар хатта кәртә менән айырылып та эшләнде , - тип уңайлы шарттарға ҡыуана Тыныслҡ урамында йәшәүсе Файза Хөсәйенова.
Әлеге көндә Тыныслыҡ урамының ремонт барған өлөшө ябыҡ. Атап әйткәндә Крупская урамынан алып Заречная урамына ҡәҙәр аралыҡта хәрәкәт итеү тыйылған. Маршрут автобустары ремонт эштәре бөткәнсе юлды урап йөрөргә мәжбүр.
-Ҡасабаларҙа юлдар яйлап рәтләнә. Аҡса бүленеүгә ҡарап, йәмәғәт урындары ла төҙөкләндерелә. Сибай йылдан-йыл төрлө программаларҙа ҡатнашып, халыҡ күпләп йөрөгән биләмәләрҙе төҙөкләндерә. Республика Башлығы был йәһәттән бик күп эштәр башҡара. Киләсәктә лә шулай дауам итер тип ышанам, - ти "Атайсал" йәмәғәт фекере лидеры, тыуған яҡты өйрәнеүсе Ирек Бикмәтов.