Бөтә яңылыҡтар

Һәр таҫма еңеүҙе яҡынайта

8 июнь көнө Граф буйында үткән Баймаҡ районы Һабантуйында Ярат ауыл биләмәһе тирмәһе эргәһендә "Маскировка селтәренә бәйләнгән һәр таҫма еңеүҙе яҡынайта" тип аталған акция—оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Уның барышында тирмә эргәһенә килгән һәр кемгә селтәргә берешәр булһа ла таҫма бәйләргә тәҡдим ителде. Тирмә ҡунаҡтары тәүҙә аптыраңҡырап, тотонорға ҡурҡыңҡырап торһалар, эштең ниҙә икәнлегенә төшөнөп алғас, ихласлап ярҙамға керештеләр.

Һәр таҫма еңеүҙе яҡынайта
Һәр таҫма еңеүҙе яҡынайта

8 июнь көнө Граф буйында үткән Баймаҡ районы Һабантуйында Ярат ауыл биләмәһе тирмәһе эргәһендә "Маскировка селтәренә бәйләнгән һәр таҫма еңеүҙе яҡынайта" тип аталған акция—оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Уның барышында тирмә эргәһенә килгән һәр кемгә селтәргә берешәр булһа ла таҫма бәйләргә тәҡдим ителде. Тирмә ҡунаҡтары тәүҙә аптыраңҡырап, тотонорға ҡурҡыңҡырап торһалар, эштең ниҙә икәнлегенә төшөнөп алғас, ихласлап ярҙамға керештеләр. Береһенән күреп икенсеһе, икенсеһенән күреп өсөнсөһө ҡулдарына тылсымлы таҫмаларҙы алды һәм уларҙы изге теләктәрен әйтә-әйтә селтәргә бәйләне. Әлбиттә, һәр кем тиҙерәк был һуғыштар тамамланып, егеттәребеҙ, алты ағзаһы теүәл көйө, тыуған яҡтарыбыҙға әйләнеп ҡайтһын тип теләне. Өлкән инәй-олатайҙарҙан башлап, кескәй балаларға тиклем килделәр беҙҙең селтәр эргәһенә.
Ә инде стенаға эленгән селтәрҙәге махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәребеҙҙең күккә осҡан торналар сылбыры рәүешендә өсмөйөшлө хаттарға ҡуйылған фотолары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Һәр кем ошо фотолар араһынан үҙенең яҡынын, танышын, туғанын, күршеһен эҙләне, тапҡас, уларҙы һыйпап, тотоп ҡарап күҙҙәренә йәш алды...
Эйе, беҙҙе уртаҡ әрнеү, Еңеүгә ынтылыш, егеттәргә ҡалҡан булыу теләге берләштерҙе...
Беҙ күмәкләп Яраттар үрә башлаған маскировка селтәрен үреп бөттөк. Күрше-күлән тирмәләрен йыйып бөтөп, ҡайтыуға әҙер саҡта ла беҙ селтәр үрә инек әле. Шуға күрә, ошо изге эштә ҡатнашҡан һәр кемгә айырмай рәхмәтемде еткерәм. Эргәмдән китмәй ярҙам итешеүсе Фәриҙә Ҡарамырзина һәм уның матур-матур ҡыҙҙары Дилә, Наҙгөл, Гөлиәгә, Йәрмөхәмәттән Нәзилә Мырҙабаеваға, Яраттан Әхмәтова Разифа апайға һәм ҡул ярҙамдары тейгән бөтә халыҡҡа айырмай ғына рәхмәт әйтәм. Һәммәгеҙгә лә һаулыҡ, именлек, ике донъя рәхәте насип булһын тигән изге теләктә ҡалам.


Миләүшә Юлдашбаева.

 

Ярат ауылы.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: