Бөтә яңылыҡтар

Хәреф танымау. Мөхәррир һүҙе. Хәйҙәр Тапаҡов

             Телебеҙҙең тәмен, йәмен һаҡлайыҡ, туғандар, йәнде иретер яғымлы ла, сәпкә төҙ тейер үтемле лә, бөйөк һәм бейек ул беҙҙең туған телебеҙ!            Белемле була тороп та  хәрефте, туған өндө танымауҙың һуңғы сиктә нимәгә килтерере, алып барып терәре һүҙһеҙ ҙә аңлашыла.

Хәреф танымау. Мөхәррир һүҙе. Хәйҙәр Тапаҡов
Хәреф танымау. Мөхәррир һүҙе. Хәйҙәр Тапаҡов

        Борон, ликбез заманында аҡ һаҡаллы бабайҙы белемле итеү уйынан мәктәп партаһы артына алып барып ултыртып ҡуйғандар. Беренсе класты тамамлаған был, икенсене, шунан үтә тырыш булғас өсөнсөгә күсергәндәр. Бер көн мәктәптән ҡайтып килгәндә  туҡтатҡандар тегеңде:

- Йә, нисек, олатай, уҡып йөрөләме?

- Уҡып йөрөү менән хәреф танымағас! – тип яуап биргән бабай.

       Бөгөн неологизмдар (яңы һүҙҙәр) донъяны баҫып алды, хатта ҡайһы саҡ үҙемде, теге , аҡ һаҡаллы бабай фиғелендә сит планетаға барып эләккәндәй хис итеп тә китәм: йәштәрҙең телендә ят һүҙҙәр, тирә-яҡҡа күҙ һалһаң әллә ниндәй, мәғәнәһеҙ эстәлекле яҙыуҙар элеп ташлағандар, зиһенле булһаң аңларһың, төшөнмәйһең икән, уныһы инде һинең баш ауырыуы, йәнәһе лә. Һуң ана шул ят һүҙҙәрҙе ябай ғына итеп үҙебеҙсә әйтеп һөйләшеп, көнкүрештә ҡулланып булмаймы икән ни?! Булмай икән шул, үҙең дә аҙағынаса төшөнөп етмәгән һүҙҙәрҙе ҡушып һөйләйһең икән, тимәк һин текә, тимәк һин мәғлүмәтле һәм аҡыллы!

      Беҙҙең ҡалала “Куstanas” кафыһы бар. Унда ниндәйерәк күстәнәсте төрөп тоттораларҙыр, билдәһеҙ, мәгәр уның ишеген асып ингәнем юҡ. Күңел дә тартмай, аяҡтар ҙа...

       Билдәле булыуынса һөйләштең, үҙ-ара аралашыуҙың 30% тирәһенә сит-ят һүҙҙәр ки-леп ҡыҫылһа, ул тел ассимиляцияға (үҙгәреүгә), һуңынан инде бөтөнләй бөтөп ҡалыуға дусар. Архаизмдарға йәбешеп ятырға уны ғына ҡулланып һөйләшергә саҡырмайым, ағай- эне, һәр нимәнең самаһы бар, үтә тоҙло аш ауыҙҙы өтә, бигерәк татлы аҙыҡ күңелде болғандыра.

     Телебеҙҙең тәмен, йәмен һаҡлайыҡ, туғандар, йәнде иретер яғымлы ла, сәпкә төҙ тейер үтемле лә, бөйөк һәм бейек ул беҙҙең туған телебеҙ!

           Белемле була тороп та  хәрефте, туған өндө танымауҙың һуңғы сиктә нимәгә килтерере, алып барып терәре һүҙһеҙ ҙә аңлашыла.

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: