Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
17 Апрель , 08:35

Тыуған яҡ йылылығын илтә окоп шәмдәре

Махсус хәрби операциялағы яҡташтарына Йылайыр районы халҡы ҡулынан килгәнсе ярҙам итә. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан Йылайыр районының Берҙәш ауылы ирекмәндәре Сергей Николаевич Трофимов һәм Виктор Александрович Андреев төбәктә тәүгеләрҙән булып окоп шәмдәре яһай башлаған. Улар интернеттан ҡарап, уны эшләргә өйрәнгән һәм шартына килтереп яһап, ир-егеттәргә тыуған яҡ сәләме, йылыһы, яҡтылығы итеп ебәргән.

Тыуған яҡ йылылығын илтә окоп шәмдәре
Тыуған яҡ йылылығын илтә окоп шәмдәре

Сергей Николаевич Трофимовтың алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә окоп шәмдәре яһауын гәзитебеҙҙең үткән һанында хәбәр иткәйнек. Әлеге көндә ул 424 шәп яһап, посылкаға тултырған.

Ҡарап тороуға ябай ғына күренгән шәмдәрҙе яһау еңел эш түгел, уны эшләү бик күп ваҡыт һәм тырышлыҡ талап итә. Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов әйтеүенсә, ошо көнгәсә йылайырҙар алғы һыҙыҡҡа 10 меңдән ашыу окоп шәме ебәргән.

Бәрҙәш ир-егеттәренең башлағысын Йылайыр ауылында йәшәүсе Точилкина Вера Олеговна эләктереп алған. Ҡатын әлгегә 27 шәм яһаған. Ауылдашы Гөлдәр Абдулла ҡыҙы Юлгилдина уның изге эшен ҡеүәтләп, шәм яһау өсөн 100 банка алып барып биргән. Тирә-яҡтағы хәлдәргә битараф булмаған йылайырҙар окоп шәме яһауға үҙ өлөштәрен индерер өсөн парафин һәм банкалар һатып алыуға финанс ярҙамы күрһәтә. Райондан сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылғанда шәмдәр ҙә ҡушып ебәреләсәк. Окоп шәмен яһауға, башҡа төрлө ярҙам күрһәтергә теләүселәр Йылайыр ауылының Ленин урамындағы 45-се йортта урынлашҡан район китапханаһына мөрәжәғәт итә ала.

-Бәрҙәштең уңған ирҙәре--Сергей Николаевич, Виктор Александрович, уларға эйәргән ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт! Ғөмүмн, төбәктән даими оҙатылып торған гуманитар ылауҙы йыйыуға өлөш индереүсе һәр кем алдында баш эйәм! Сергей Николаевич әйтмешләй:”Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!”--тип белдерҙе Бәйләнештә социаль селтәрендәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.

Автор:Гульдар Кадаева