Бөтә яңылыҡтар

Үтәшевтар сертификатлы булды

Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов Матрай ауылында йәшәүсе күп балалы Илфат һәм Айгөл Үтәшевтарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат тапшырҙы. Сертификат «Торлаҡ» милли проектының «Ауыл биләмәһен комплекслы үҫтереү» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бүленгән. Ғаилә башлығы Илфат Илшат улы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе. Эре мөгөҙлө мал үрсетә, шулай уҡ иген үҫтерә. Ҡатыны Айгөл Флорит ҡыҙының төп эше - балалар бағыу.

Үтәшевтар сертификатлы булды
Үтәшевтар сертификатлы булды

 

-Матур, тырыш Үтәшевтар ғаиләһен социаль түләү таныҡлығын алыуҙары менән ҡотлайым! Һеҙгә ғаилә именлеге, ҡыуаныстар һәм бар теләктәрегеҙ тормошҡа ашыуын теләйем! – тине өлөшлө ғаиләгә сертификат тапшырып Борис Николаевич. 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: