АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
28 Февраль , 10:40

Гел генә ал да гөл булмай шул...

Ғүмер буйы Себерҙә йәшәгәндәргә һәм эшләгәндәргә минең яҙғандарым ҡыҙыҡ түгел. Ә ауылдан ситкә сыҡмаған кешеләр шул тиклем яратабыҙ яҙмаларыңды уҡырға тип яҙалар. Хатта күҙебеҙ ҡыҙып китә, шунда барһаң ине тигән теләк тыуа тиҙәр. Гел яҡшы яҡтарын ғына яҙғас, еңел генә эшләп йөрөй тип уйлаусылар бар.Ауыр, насар яҡтарын яҙғаным юҡ. Ауыр ваҡыттар ҙа булып китә. Гел генә ал да гөл булмай шул...

Гел генә ал да гөл булмай шул...
Гел генә ал да гөл булмай шул...

 

Ҡыйынлыҡтарҙы сабыр ғына үткәрә инем ошоғаса. Эшләгән ятағымда эшләп кенә тик йөрөрмен тип уйлай инем . Кисә ҡапыл ғына тиҫкәре яғым әйләнде лә ҡуйҙы бит . Әсәйем мәрхүмә әйтә торғайны, Миңзифаның алдына кеше сығамы ней ул бер тиҫкәреләнһә , тип . Бер кемгә лә бер нимә лә өндәшмәнем . Цехтарҙың береһендә урын буш , кеше эҙләйҙәр тип ишеттем дә мастерға яҙҙым ватсаптан мине ебәрегеҙ тип . Отлично , тигән яуап килде . Үҙем эстән генә икеләнә инем әле . Был урынымдан киткәнгә үкенмәһәм ярар ине тип . Бергә эшләгән мәрйә һыйҙырмай мине . Мине генә түгел ә башҡорт ҡатындарын яратмай . Ҡырып алып бара . Ике вахта сабыр ғына эшләнем дә түҙеп , был юлы ярһыным да киттем . Ярһыным тигәс тә ҡысҡырып ирешеп түгел инде . Тышҡа сығармай эстән ярһыным . Раушания әхирәтем менән һөйләштек телефондан . Ул мине әрләй . Нишләп шул общежитиеға йәбешеп ятаһың ул , аңламайым мин һине тей . Күс берәй цехҡа . Үҙеңде кәмһетеп шуларҙан әрләнеп йөрөмә етәр инде тине . Рәмзиә апайға яҙҙым кәңәш һорап . Улар ней ҡыҙҙар сат йәбешеп мине цехҡа ҡыуа башланылар . Барам тинем дә үҙем ҡурҡам . Яңы ерҙә нисек кенә эшләрмен икән тип уйлайым бит инде . Эшләй алмай ҡуйһам тип тә уйлайым . Гөлнара , эшләй алмаһаң кире килерһең аптырама юҡҡа тигәс , тәүәккәлләнем .
Эштән ҡайтыр саҡта әйберҙәремде йыйҙым да Гөлсирәгә иртән мин икенсе ергә китәм тинем . Уным ултыра төшә яҙҙы . Һиңә өйрәнгәйнем генә , мине ташлап китәһеңме ти иларҙай булып . Үҙемә лә ҡыйын булып китте . Теге мәрйәгә ә Миңзифа беҙҙән китә тигәйне , тегегә шок булды . Ә кем эшләй тип күҙҙәрен аҡайтып тора ине аптырап . Пофиг тинем дә сыҡтым да киттем . Мине шунда гел түҙеп кенә , өндәшмәй нимә ҡушһалар ҙа һүҙһеҙ баш баҫып эшләп тик йөрөр тип уйлағандарҙыр инде .
Изге урын буш булмай тиҙәрме әле ул . Урыныма кеше тапҡандар . Имен һау эшләһендәр ҡыҙҙар .
Ә мин йырлай йырлай кейемдәремде үтекләнем . Сәй эсеп , душ төшкәс йоҡларға яттым . Йоҡлай алманым төнө буйы борғаланып яттым . Яңы урында ниҙәр көтәлер , нисек эшләрмен тигән уйҙар тынғылыҡ бирмәй ине . Хәҙер алтыға тиклем һуҙмаңлап ятыу бөттө . Таңғы биштә торҙом . Мин эшләй торған цех йәһәннәмдә үк булмаһа ла арыу ғына алыҫта . Вахтовый машинаға һуңлаһаң аҙаҡ попутка тотоп торорға киләсәк . Минән алда эшләгән мәрйә менән икәүләп барҙыҡ . Ул миңә ҡайҙа нимә , нисек эшләргә өйрәтеп күрһәтеп сыҡты .
Үҙемде лабиринтҡа барып ингәндәй тойоп иҫ аҡылым китте . Теге малай әйтмешләй , ҡоҙасаңдың ғына бишенсе размеры !
Баш әйләнеп китте . Общежитиела эш ауыр тип мыжыған булабыҙ . Бының менән сағыштырғанда ундағы эш буш ҡына икән . Алып килгән мәрйәм миңә йәлләп текләй . Ой , эшләй алмаҫһың ул бында . Общагыңда ғына йөрөмәй нимә тип сыпраңланың инде тигәйне , йән көйөп китте . Һыр бирмәгән булдым , кеше эшләй алмаған эш юҡ . Чем я хуже других , тип ебәргән булдым . Үҙемдең йөрәк ҡалтырай . Эштән ҡурҡҡандан түгел . Ҡырмыҫҡа иләүе һымаҡ мыжғып торған ирҙәр араһында нисек эшләрмен икән тип шөрләтте әҙерәк . Мәрйәгә ипләп кенә шыбырлайым . Ул ней шар ҙа мар , ә һин Роснефтьттә ҡыҙҙар эшләй тип уйланыңмы әллә , тут одни мужики әйҙә эшлә тип көлә етмәһә .
Лабиринтты дүрт ураныҡ . Аңлаһам да ҡабат ҡабат һорап теге мәрйәне эргәмдән ебәргем килмәй . Ул ҡайтып китте мин эш башланым .
Төшкә тиклем бер туҡтамай эшләп йөрәгем ауыртып китте . Бөтә ерҙә бысраҡ . Мәрйүшкәм иң беренсе мусорҙы йыйып сығараһың . Шунан туалеттарҙы йыуаһың . Раковина менән унитаздарҙы чик чик сепрәк менән һөртөп сыҡтың и всё блестит тигән булғайны . Бер нәмәһе лә не блестит алты туалетты йыуып сыҡҡансы ҡара тиргә баттым . Беҙ башҡорт ҡатындары чик чик итә белмәйбеҙ шул . Булған булмаған тишек тошоҡто соҡоп йыуа торғас иҫ аҡыл ҡороно . Кухнялар , иҫәпһеҙ кабинеттар , оҙон оҙон коридорҙар , раздевалкалар йыуырға ла йыуырға инде .
Ауыҙ кибеп китте , крандағы һыуҙы эсеп булмай . Һап һары тутлы . Һыу һорап эсергә лә ҡыйыулығым етмәне . Эшләп тик йөрөнөм . Егеттәр , һеҙ без обеда эшләйһегеҙме әллә тип уныһы ла быныһы ла әйтә башлағас ҡына столовойға киттем . Столовойҙары оҡшаны . Таҙа , матур . Бешергән аштары бындағына ҡарағанда тәмле . Элекке столовойҙа аштары шыр һыу , ҡамырҙары гел уңмаған була . Плов бешерһәләр итен һалмай шыр рис һалып биргән булып торалар ул поварҙар . Ә бында киреһенсә , матур итеп кенә һөйләшеп . Матур итеп обслуживать итеп торалар . Аш алдым да картуф менән кәтлит , ике пирожки кис ашарға тип алдым . Пирожкилары телде йоторлоҡ . Ҡамыры шул тиклем тәмле . Үҙем ныҡ арығанмын ашарға ла хәлем юҡ . Арлы бирле бер ике ҡалаҡ ҡаптым да ике стакан компот эсеп , второйымды кис ашармын тип контейнерға һалып алып сығып киттем .
Тәүге көн ауыр булһа ла йөрөй торғас күңелемә һиллек килде . Бер кемдә тикшереп тә йөрөмәй . Берәүҙең дә миндә эше юҡ . Кабинеттарҙы йыуырға инһәң егеттәр ултырғыстарҙы шылдырып , уныһын быныһын йыйып ярҙам итеп кенә торалар . Сәғәт дүрткә тиклем һыпыра һуғып йыуып бөттөм дә ҡайтып та киттем . Юлға сығып торғайным попутка ултыртып алып килеп төшөрөп китте . Индем дә тәгәрәнем . Аяҡтар дыулай ғына . Ике рәхәт бергә килмәй шул . Общежитиела эшләүе рәхәт . Йылы , таҙа . Бер юлға һалып алһаң эшләп тик йөрөйһөң . Эш бик ауыр түгел . Тик унда өҫтөңдән хужалар күп . Швейцарҙар текемләп сәсте ағарта , унан ҡалһа заведующий . Тағы ла уларҙан юғарыраҡ хужалар . Эсмәйбеҙ , тартмайбыҙ , прогул яһамайбыҙ , һуңламайбыҙ . Добросовестно эшләп йөрөйбөҙ . Барыберҙә ек табалар бәйләнергә . Ә цехтарҙа эше күп , ауырыраҡ та но һин свободная птица . Эшеңде бөттөң ҡайтып киттең дә индең дә яттың . Берәү ҙә бәйләнмәй . Надзирательдәрҙән ялҡып свободаға ынтылды был түтинкәгеҙ . Ярай , һаулыҡ бирһен Хоҙай . Моғайын эшләй алырмын . Үҙем һайлаған юл . Шулай үтте минең бөгөнгө көнөм . Яңы урында эш башлап , ҡыуанып ҡайтып ятам әле бына . Мастерҙан башҡа берәүгә лә подчиняться итмәйем хәҙер . Эштә начальник бар урыҫ егете һәйбәт күренә . Секретарь ҡыҙ менән танышып алдыҡ , ыңғай ҡабул иттеләр барыһы ла түтәйегеҙҙе . Мәрйүшкәм юл буйы яманлап барғайны ул былай , был былай . Мине яратманылар тип . Миңә ҡырын ҡараған кешене осратманым былай . Бөтәһе лә приветливый , уважительныйҙар .
Эштән ҡайтҡайным мастерым ҡаршыма сыҡты . Ҡайғырма , эшең ауыр күп но бына бит иртә ҡайттың . Берәүҙә һине талап йөрөмәй . Яйлап ҡына үҙ яйыңа эшләп тик йөрө . Зарплатаңда күберәк була бындағыларҙан тип йыуатҡан була . Швейцарҙарҙың да отношениеһы үҙгәрҙе . Башҡаса минең өҫтән командовать итә алмайҙар . Иң ҡыуанғаным шул әле . Ну , ҡылдым түгелме һеҙгә ҡылыҡты тип эстән генә үсәп тә ҡуйҙым әле .
Себерҙе яҙ ҙа яҙ тиһегеҙ . Бына Себерҙә үткән бер көнөмдө рәхим итеп уҡығыҙ .

Миңзифа Ҡашҡарова.

Күңел серең. Тайны души төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: