Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
19 Февраль , 10:30

ЙӘШТӘРГӘ АҢЛАТЫУ ЗАРУР

Бер стакан һыра ла кеше организмында структур үҙгәрештәр тыуҙыра. Алкоголде оҙаҡ ваҡыт ҡулланған хәлдә тән туҡымалары сафтан сыға, мейелә был айырыуса иртә һәм тиҙ арала сағылыш таба. Ғалимдар иҫбатлауынса, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙың дүртенсе йылына баш мейеһе, миллиардлаған күҙәнәге үлеү арҡаһында һулып, сырышҡан була. “Аҙлап эсеүселәр” ҙә үҙҙәрен ошондай хәлгә дусар итә – мейе кибеү уларҙың 85 процентында күҙәтелгән.

ЙӘШТӘРГӘ АҢЛАТЫУ ЗАРУР
ЙӘШТӘРГӘ АҢЛАТЫУ ЗАРУР

--Раҫланыуынса, бер стакан һыра ла кеше организмында структур үҙгәрештәр тыуҙыра. Алкоголде оҙаҡ ваҡыт ҡулланған хәлдә тән туҡымалары сафтан сыға, мейелә иһә был айырыуса иртә һәм тиҙ арала сағылыш таба. Ғалимдар иҫбатлауынса, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙың дүртенсе йылына баш мейеһе, миллиардлаған күҙәнәге үлеү арҡаһында һулып, сырышҡан була. “Аҙлап эсеүселәр” ҙә үҙҙәрен ошондай хәлгә дусар итә – мейе кибеү уларҙың 85 процентында күҙәтелгән.
Эскелектең наркоманиянан һис бер яғы менән кәм булмауын, кешелек яҙмышына ни ҡәҙәрем ҙур хәүеф менән янауын, әлбиттә, фәнни хеҙмәттәр уҡымайынса ла күреп, тойоп, аңлап торабыҙ. Аҫылдарҙан-аҫыл ирҙәр, гүзәлдәрҙән-гүзәл ҡатындар ошо ҡәһәрле эсемлеккә бәйлелек арҡаһында бик ҡыҫҡа ваҡытта кешелектән сыға, яҡты донъя менән иртә хушлаша. Ошо хәлде булдырмау маҡсатында төрлө профилактик саралар күрелә, айырыуса йәштәр араһында. Ял көндәрендә, ауыл мәҙәниәт йортонда төрлө саралар ваҡытында ауыл фельдшеры даими рәүештә йәштәр менән профилактик әңгәмәләр ойоштора. Ошо насар ғәҙәттрәрҙең кире эҙемтәләре хаҡында бәйән иткән буклеттар тарата,--тип яҙалар "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыусы Оло Әбеш ауылының интернеттағы социаль төркөмөндә.

 

Афарин, әбештәр! Йәштәргә шулай аңлатыусы булғанда, йәш быуынды алама ғәҙәттәрҙән күмәкләп ҡурсалай алырбыҙ.

Автор:Резеда Валиева