Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
18 Февраль , 17:50

ИЛ САҠЫРҒАС, ЯУҒА КИТТЕ...

"Шул тиклем ҡыҙын ярата ине. "Минең ҡыҙым үҫкәс врач була",--тип миңә интернетта социаль селтәрҙә хәбәрҙәр яҙа торғайны",--тип хәтергә ала Динарҙы элекке уҡытыусыһы Сәғиҙә Байназарова.

ИЛ САҠЫРҒАС, ЯУҒА КИТТЕ...
ИЛ САҠЫРҒАС, ЯУҒА КИТТЕ...

“... Ил саҡырғас, яуға китте

Йәмле йәй иртәһендә... “

 

17 февраль көнө Төйәләҫ ауылы халҡы Ватан өсөн үҙ ғүмерен биргән батыр егетен, ысын патриот Исхаҡов Динар Марат улын һуңғы юлға оҙатыуға арналған матәм митингыһына йыйылды. Батыр яугиргә 9 апрелдә 38 йәш тулған булыр ине. Динар үҙенең игеҙ һыңары Дамир менән минең күҙ алдында, бер урамда, беҙҙең урам малайҙары менән уйнап үҫте. Бик алсаҡ, изге күңелле балалар ине. Башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, урыҫ телле балалар менән уйнап үҫкән был игеҙәк малайҙарҙың мәктәпкә башҡорт класына уҡырға килеүҙәрен мин ғаиләнән килгән рухи тәрбиә һөҙөмтәһе, тип баһалар инем.   

Икеһе лә минең менән тик башҡортса ғына һөйләшә торғайны. Бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған был ике баланы мин уҡытҡанда ла, һуңынан да айыра алмай бутай торғайным.

Үкенескә ҡаршы, Дамир бик иртә мәрхүм булып ҡалды. Динар, ғаилә ҡороп, Сибайҙа йәшәне. Ҡатыны Зөлфиә менән үҙенә генә оҡшап торған зәңгәр күҙле ҡыҙ үҫтерәләр ине. Исемен дә, икәүләп килешеп, Әминә тип ҡушалар. Динар бик күптәр кеүек Себерҙә вахтала эшләй. "Эшлекле, ышаныслы, яуаплы, ярҙамсыл булғаны өсөн эшендә хөрмәт итәләр ине”,--тип һөйләй Зөлфиә.

2023 йылдың 23 июнендә контракт буйынса махсус хәрби операцияға юллана, гранатометчик булып хеҙмәт итә. Мөмкинлек булғанда, ғаиләһенә шылтыратып, видео аша ҡыҙы Әминә менән һөйләшеп тора. Бик ныҡ ярата ине ҡыҙын.  "Ҡыҙым өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкмен",--тип, ҙур хыялдар, маҡсаттар менән йәшәй ине, ти ҡатыны Зөлфиә. Динар миңә лә: "Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы, минең ҡыҙым врач буласаҡ, Алла бирһә",--тип яҙғайны. МХО-ға киткәнгә тиклем Динар миңә “Бәйләнештә” (вконтакте) аша хәлдәрен белгертеп яҙып, фотоларын һала торғайны...

 

Тормош аяуһыҙ... Динар 6 февраль көнө хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булды. Йәл, бик йәл... Йәшәргә лә йәшәргә ине... Күпме хыялдары, изге маҡсаттары, пландары тормошҡа аша алмай ҡалды...

Бәхил бул, ГЕРОЙ...

Матәм митингыһында ҡала администрацияһы башлығы АМ.Юлдашбаев, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г. Р. Нәҙерғолова, ҡала ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе С. Ф. Ғәниева, Сибай хәрби комиссариатынан вәкил, ауыл халҡы ҡатнашты.

Беҙ уның менән ғорурланабыҙ. Яугирҙең рух көсө, ҡаһарманлығы йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә ҙур өлгө булып тора.

Динар Марат улы Исхаҡовтың исеме күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.

 

Сәғиҙә Байназарова, мәғариф ветераны.

Автор: