Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
14 Февраль , 11:30

Яҡташтарға ярҙам

Баймаҡ районының крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Рәмил Байрамғолов ярҙамы менән яугирҙәребеҙ яңы УАЗ автомобилле буласаҡ. Транспорт сараһы асҡыстары ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла булған яҡташтарыбыҙҙың береһенә тапшырылды.

Яҡташтарға ярҙам
Яҡташтарға ярҙам


-Хәрби хәрәкәт зонаһында автомобилдең роле, һис шикһеҙ, мөһим. Ул йөк ташыу өсөн файҙаланыласаҡ, был команданы кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүҙе күпкә еңеләйтәсәк. Ул ашығыс медицина ярҙамына мохтаждар өсөн ысын ҡотҡарыу сараһы буласаҡ.

Рәмил Байрамғоловтың һәм ҡалабыҙ, районыбыҙҙың башҡа ярҙамсыл кешеләренең ошондай хәйриә ярҙамы яугирҙарыбыҙҙың әхлаҡи көсөн нығыта, яу яланында уларға ҙур ярҙам була.

Яңы УАЗ автомобиле ошо ябай булмаған осорҙа теләктәшлек һәм үҙ-ара ярҙам күрһәтеү билдәһе булып тора, - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы фәнис Әминев. 

Автор:Гульдар Кадаева