Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
13 Ғинуар , 12:15

Яңы микроавтобустарҙы йөрөтөргә кеше кәрәк

Хәйбулла районының Һамар автотранспорт предприятиеһының пассажирҙар транспорты паркы яңы техника менән тулыланды. Ошо көндәрҙә генә предприятиеға өр-яңы ике «Газель» автобусы ҡайтарылды. Яҡын арала тағы ла 4 транспорт ҡыуып алып ҡайтыласаҡ.

Яңы микроавтобустарҙы йөрөтөргә кеше кәрәк
Яңы микроавтобустарҙы йөрөтөргә кеше кәрәк

-Беҙ автотранспорт предприятиеһының йәмәғәт транспортын яңыртыу өсөн тырышабыҙ. Сөнки автобустар бында ныҡ иҫке. Тағы бер киҫкен мәсьәлә – эшсе ҡулдарҙың етмәүе. Был һорау хакимиәт етәкселегенең күҙәтеүе аҫтында тотола. Киләсәктә өҫәтәмә муниципаль маршруттар булдырыу күҙаллана, - тип белгертте Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса "Хәүефһеҙ юлдар" милли проектына ярашлы «Башавтотранс» компанияһы автопаркын киңәйтеү эше дауам итә

Махус ҡаҙна кредиты сиктәрендә бөгөн линияға 91 яңы автобус сыҡһа, ғинуар аҙағына тиклем республикаға тағы ла 159 йәмәғәт транспорты килеүе көтөлә.

Яңы микроавтобустарҙы йөрөтөргә кеше кәрәк
Яңы микроавтобустарҙы йөрөтөргә кеше кәрәк
Автор:Гульдар Кадаева