Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
20 Декабрь 2023, 11:30

Ишбирҙеләр ситтә ҡалмай

 Ишбирҙе Баймаҡ районының иң төпкөлөндә урынлашҡан. Унда барып етер өсөн ялтыр асфальт та юҡ, булған ғына юл да үтә насар. Әммә ошо урман араһында бик ихлас, эшһөйәр халыҡ йәшәй. Дәртлеләр, берҙәмдәр, һис бер зарлана белмәҫтәр үҙҙәре!Әле ауыл ерендә ҡыштың матур йолаһы бара - һуғымдар һуйыла. Ул арала уңған хужабикәләр махсус хәрби операция биләмәһендәгеләрҙе лә онотмай. Яугир ил именлеге өсөн көрәшкәндә, ни тамағыңа барып, ит ашап ултырмаҡ тигәндәй - алғы һыҙыҡтағыларға һуғым итен тәмләтмәксе булып мул итеп ит быҡтырғандар.

Ишбирҙеләр ситтә ҡалмай
Ишбирҙеләр ситтә ҡалмай

"Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" акцияһында тәүге көндәрҙән дәррәү ҡатнаша ишбирҙеләр. Алыҫ, юлһыҙ ауылдан яугирҙарға гуманитар ылау ағылыуын дауам итә. Техника ла ебәрәләр, маскировка селтәрҙәре лә үрәләр, башҡа кәрәк-яраҡ та оҙаталар. Һәр кем
ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Кемдер йылы әйберҙәр тапшыра, йөн ойоҡ-бирсәткәләр бәйләй, аҡса ла йыйып тәҡдим итеүселәр бар. Ишбирҙе мәктәбе, мәҙәниәт коллективы яугир яҡташтарына борщ та әҙерләгән. Афарин, ауылдаштар! Ватаныбыҙ, тылыбыҙ тап һеҙҙең кеүек халҡы менән көслө! 👍
Райля Кучемханова

Ишбирҙеләр ситтә ҡалмай
Ишбирҙеләр ситтә ҡалмай
Автор:Гульдар Кадаева