Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
26 Ноябрь 2023, 19:40

Яуҙа-ҡалҡан, тыныс тормошта ышаныслы тыл

Йылайыр районының Йылайыр ауылында йәшәүсе Әлфирә Ишмырҙина-Әбүбәкирова бар яҡтан килгән, уңған ҡатын-ҡыҙ. Был донъяла ул атҡара алмаҫтай эш юҡ. Иң беренсе нәүбәттә ул Йылайыр  берҙәм диспетчер хеҙмәтенең алдынғы хеҙмәткәре. Эшендә уны ныҡ ихтирам итәләр. Йыр-моңға ғашиҡ гүзәл зат район мәҙәниәт йортоноң "Тәңкәбикә" фольклор ансамбленең алыштырғыһыҙ ағзаһы. "Шатлыҡ" вокал ансамбленең йөҙөк ҡашы. Әүҙем ҡатын балалары белем алған Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында ата-әсәләр комитетын етәкләй. Йылайыр районының ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Алдынғы ла спортсы ла: район ҡатын-ҡыҙҙар волейбол командаһы һаҡсыһы, теннисты оҫта уйнай. Әлфирә Рәжәп ҡыҙы офицер ҡатыны булараҡ, үҙ иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы сабыр һәм лайыҡлы күтәрә белә. Ире--Тольяттилағы юғары хәрби төҙөлөш   училищеһын тамамлаған йәш лейтенант Ғ.Әбүбәкиров менән улар Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлап йөрөгәндә 1997 йылда таныша. Йәшлектә табышып ҡауышҡан матур пар 26 йыл бергә-бергә ғүмер итә.

Яуҙа-ҡалҡан, тыныс тормошта ышаныслы тыл
Яуҙа-ҡалҡан, тыныс тормошта ышаныслы тыл

Офицер ҡатыны ошо йылдар эсендә ниҙәр генә күрмәй ҙә, ниҙәр генә кисермәй!? Күсмә тормош, тынысһыҙ хеҙмәт уларҙың ғаиләһен нығыта ғына. Алыҫ Көнсығыштағы Биробиджанда йәшәүҙе, Кавказдың   Назрандағы   ҡырыҫ гарнизон тормошон улар әле тыныс ҡына иҫкә ала алмай.

Әлфирә Рәжәп ҡыҙының ире әле "Башҡортостан" полкы составында Луганскиҙа хеҙмәт итә. Махсус хәрби операцияға юлланыр алдынан ҡәҙерлеһе иң беренсе ҡатыны менән кәңәшләшә. Тоғро офицер ҡатыны иренең ныҡлы ҡарар ҡабул итеүен аңлай. 2023 йылдың апреленән Ғ.Әбүбәкиров республикала формалашҡан ирекле батальондың береһе менән етәкселек итә. Уның: “Тылда боҫоп ултырмаҫҡа  - Ватан һағына баҫырға!”–тигән оранын күп кенә яҡташтарыбыҙ күтәреп алды һәм әлеге көндә офицерҙың ҡул аҫтында хеҙмәт итә. Аллаһы Тәғәлә уларҙы һаҡлап ҡына йөрөтһөн!

Әлфирә Рәжәп ҡыҙы махсус хәрби операция башланған бирле "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" девизы аҫтында йәшәй һәм эш итә. Ул районда яугирҙәрҙең ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.

Әлфирә Ишмырҙина Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы Рәжәп Юлмөхәмәт улы менән әсәһе Рауза Ирғәле ҡыҙы ҡыҙҙарында күркәм сифаттар тәрбиәләгән. Әлфирә Рәжәп ҡыҙы хәҙер уларҙы үҙ балаларына өйрәтә. Ғәзиздәре күркәм холоҡло, иманлы, кешелекле булып үҫһен өсөн бөтә көсөн һала. Диана ҡыҙҙары Йылайыр ауылындағы күп функциялы үҙәктә эшләй. 11-се класта уҡыған Ғәзинурҙары Йылайырҙың Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы президенты. Ә кинйәләре Айгизә   башланғыс класта белем ала.

Бына шундай шәп әсәй йәшәй Йылайырҙа. Донъя көтөүгә шәп булғанға ла Йылайыр егеттәре Баймаҡ ҡыҙҙарын кәләш итеп ала. Улар бер ерҙә лә юғалып ҡалмай: төптән егелеп донъя көтә, яуҙа-ҡалҡан, тыныс тормошта ышаныслы тыл була белә.

Альбина Өмөтбаева.

Автор:Гульдар Кадаева