Шулай итеп, йолала старт алған бәйләү уңышлы дауам итеп, Ҡотосова Фирүзә Ҡәһәрмән ҡыҙы, Әминева Сафия Ҡәһәрмән ҡыҙы 10 пар , Баймаҡтан хажиә Багилдина Айһылыу Фуат ҡыҙы менән Буранбайҙан Буранбаева Флорида Ҡәнзәфәр ҡыҙы 20 пар йылы бирсәткә бәйләгән!
Һалдаттарыбыҙға тип ниәтләп бәйләгән бирсәткәләребеҙ барып етеп, улар ҡыуанып кейһен!Тыуған яҡтарға имен-һау, тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтһындар!" - тип яҙа буранбайҙар социаль селтәрҙә.
Ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ! Үҙебеҙҙекеләрҙе ташларға ярамай!
Ауылдан өлөшләтә мобилизацияға эләккән ир-егеттәр ҙә, контракт буйынса хеҙмәт иткәндәр ҙә бар. Уларҙың ата-әсәләренә, ғаиләләренә ярҙам итеү, дөйөм эшкә өлөш индереү ҙә мәрхәмәтлек сағылышы. Ил өсөн ауыр мәлдә берләшергә кәрәк. Шунһыҙ еңеүҙе яҡынайтып булмай.