Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
3 Ноябрь 2023, 23:00

ӘСӘНЕ ЙЫУАТЫР ҺҮҘҘӘР ТАБЫЛЫРМЫ?

Ҡәҙерле улымды юғалтыу күңелемде әрнетә, һүҙҙәр менән генә аңлатып, күҙ йәштәре менән йыуып бөтөрлөк түгел...

ӘСӘНЕ ЙЫУАТЫР ҺҮҘҘӘР ТАБЫЛЫРМЫ?
ӘСӘНЕ ЙЫУАТЫР ҺҮҘҘӘР ТАБЫЛЫРМЫ?

Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылы халҡы бер улын юғалтты...

--1 ноябрь Украинала хәрби операциала һәләк булған ғәзиз улым Рашев Даян Рәфис улын һуңғы юлға оҙаттыҡ. Уға ғинуар айында 35 йәш кена булыр ине... Әле йәшәргә лә йәшәргә ине бит... 😭
Даян улым бәләкәйҙән тырыш, кешелекле алсаҡ булды. Мәктәптә лә, юғары уҡыу йортонда уҡығанда ла гел яҡшы яҡтан телгә алдылар.
Ҡәҙерле улымды юғалтыу күңелемде әрнетә, һүҙҙар менән генә аңлатып, күҙ йәштәре менән йыуып бөтөрлөк түгел.
Тыныс йоҡла, балам! 😢 Ауыр тупрағың еңел, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты, ятҡан урының ожмах түрендә булһын!
Беҙгә ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙған, балаҡайымды хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатышҡан туғандарыма, дуҫтарыма, күршеләремә, ауылдаштарыма, ауыл, район хакимиәтенә рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм.
Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем. 🙏🙏🙏--тип яҙа Нәйлә Назарова.

 

Бик ауыр хәл. Даяндың йәне йәннәттә булһын! Яҡындарының тәрән ғайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Еребеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен! Иламаһын әсәләр...

Автор:Резеда Валиева