АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Көнүҙәк мәсьәлә
24 Август 2023, 09:50

Ә һеҙ нисек тәржемә итер инегеҙ?

Сибай ҡалаһының ремонтлағандан һуң асылған Һаҡлыҡ банкыһы бүлексәһендә рус телендәге яҙма башҡортсаға бик ауыр тәржемә ителгән: башҡорт һүҙҙәренә өсәр ҡат ялғау ҡушылған. Ябайлыҡта бит бөйөклөк, бындай һүҙҙәрҙе уҡыуы ла ауыр. Үҙебеҙҙекеләр телен һындырырлыҡ, сит милләттәр шунан ҡайҙан телебеҙҙе өйрәнһен.Ә һеҙ нисек тәржемә итер инегеҙ?  

Ә һеҙ нисек тәржемә итер инегеҙ?Ә һеҙ нисек тәржемә итер инегеҙ?
Ә һеҙ нисек тәржемә итер инегеҙ?

Беҙгә ҡалһа русса яҙманы нисек бар шул килеш тәржемә итергә түгел, ә уның мәғәнәһен биреү шарт.

Мәҫәлән бында буйынан буйына һеҙҙең түләүҙәрегеҙ һәм күсереүҙәрегеҙ тип түгел, АҠСА ТҮЛӘҮ ҺӘМ КҮСЕРЕҮ тип яҙыу күпкә отошло булыр ине.

Килешәһегеҙме?

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас