АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Көнүҙәк мәсьәлә
6 Июль 2023, 04:15

Контракт төҙөү буйынса мобиль пункт үҙәккә күсте

Сибай ҡалаһында граждандарҙы контракт хеҙмәтенә йыйыу дауам итә. Урында мобиль пункт та эшләп килә. Унда контракт төҙөргә ярҙам итәләр, бөтә мәғлүмәтте бер ерҙә алып булыуы уңайлы. Мобиль пункт махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү үҙәгендә урынлашҡан.

Контракт төҙөү буйынса мобиль пункт үҙәккә күстеКонтракт төҙөү буйынса мобиль пункт үҙәккә күсте
Контракт төҙөү буйынса мобиль пункт үҙәккә күсте

 

Быйыл май айында Сибайҙа граждандарҙы контракт хеҙмәтенә йәлеп итеү маҡсатында мобиль пункт булдырылды. Теләге булғандар унда барып хәрби хеҙмәткә барыу, шарттар, кәрәкле документтар, түләүҙәр һәм гарантиялар хаҡында белешмә ала ала.

Башҡортостан Украинала барған хәрби махсус операцияла ҡатнашыу өсөн бер нисә ирекле батальон төҙөп ебәрҙе. Миңләғәле Шайморатов, Александр Доставалов һәм Салауат Юлаев исемендәге батальондар былтырҙан алып алғы һыҙыҡта көрәшә.

-Мобиль пунктта контракт төҙөп булмай, бында ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәт кенә бирелә. Үҙең менән бергә паспортың һәм хәрби билетың булыу шарт. Мобиль пункт быға ҡәҙәр Урал аръяғы сауҙа үҙәгендә урынлашһа, ошо көндәрҙә ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү үҙәгенә күсте, - ти ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Әлфиә Дәүләтбирҙина

Урында мобиль пункт эшләй башлағына бирле мәғлүмәт һорап 30 кеше мөрәжәғәт иткән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү үҙәгенә иһә был һорау менән килеүселәр бик күп. Шуға күрә мобиль пунктты үҙәктә урынлаштырыу ҡулайлы тип табылған һәм бында дүшәмбенән алып йомағаса иртәнсәктән кискә ҡәҙәр мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Видеояҙма Сибай телевидениеһы төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас