

Фотола йылмайып көлөп торһам да , ҡайта алмай илап ятам әле бына өсөнсө көн .
Көн яманы үтер , кеше яманы бөтмәҫ ти торғайны әсәйем мәрхүмә . Шул һүҙҙәрҙе иҫләп үҙемде ҡулға алырға тырышам да үҙем һаман буҙлайым .
Ҡыҙҙар инде ниндәй генә уколдар ҡаҙап бөтмәне , эсмәгән дарыу ҡалманы . Ысынлап ауырырға керештем ахрыһы .
Ямғыр туҡтамай , ливень . Көн һыуыҡ . Переправаны яптылар , паром йөрөмәй . Шуға ла ҡайта алмай йөрөйөм бына .
Яңыраҡ бергә эшләүсе ҡатын килде . Шторм башланғансы сығып өлгөрҙөк тип һөйләне . Йылғаның уртаһына еткәс , ҙур ҙур Камаздарҙы тейәгән паром сайҡала башланы ти . Белһәң ине нисек ҡурҡыныс ти . Водитель һорай , если что йөҙә беләһеңме тип . Йөҙә беләм белеүен , но ярға беҙ етә алмаясаҡбыҙ . Һыу бит һыуыҡ , төшөү менән туңасаҡбыҙ тинем тип һөйләй .
Кисә попутка менән барҙым переправаға . Юлдары юлмы һуң әле !
Күҙҙәремде сытырлатып йомоп ручкаға сат йәбешеп ултырҙым .
Йөрәгем ярылыр сиктә . Эстән генә Хоҙайҙан һорай һорай барҙым . Ошо юлдарҙа йөрөүсе водительдәргә именлек һаулыҡ , ғүмер бир тип . Бәлә ҡаза һәммәбеҙҙе лә урап үтһен инде .
Барып еткәйнек . Переправа ябыҡ . Бер машина ла мине алманы . Ярай , ошонда ағас ышығында тороп торайым . Берәй һәйбәт кеше осрар әле тием .
Водитель мине әрләй , һин алйот түгелһеңдер ул . Ямғыр яуа . Доньяның кеме юҡ , берәй ҡатын ҡыҙҙы күрәһеңме ошонда . Һине ҡалдырып китеп , берәй бәләгә осраһаң ғүмерем буйы ғәйеп күтәреп йәшәргәме ? Юҡ , давай кире алып барам общежитиеңа . Көн яҡшырғанса ултыр шунда йылыла тип кире алып килеп ташланы .
Килдем дә ҡабат эшкә сыҡтым . Мастер урыныңа килеүсене алырға машина бара , шуның менән барырһың тине .
Машина бар тип , тыныс ҡына эшләп тик йөрөнөм .
Мастерға әллә нисә яҙҙым , машина ҡуҙғалмаймы әле тип . Яуап бирмәй . Кис етте . Ә машина ней мине алмай киткән дә барған .
Урыныма килеүсе апай уларҙы әрләп бөткән . Нишләп Миңзифаны ҡалдырҙығыҙ , ҡайта алмай ҡаңғырып йөрөй бит тиеп .
Ә мастер , ҡайтырға уйлаһа давно ҡайтып китер ине тигән . Мин илаҡҡа шул һүҙҙәр ауыр тәҫьир итте . Илап алдым да киттем .
Ҡайтҡым килмәй ҡотороп йөрөйөм микән уныңса . Переправалары эшләмәгәс нисек ҡайтырға тейешмендер инде . Ҡыҙҙар жалоба яҙ , ул һинең өсөн яуаплы . Һине ҡайтарыу хәстәрен күрергә тейеш . Эшләргә килеүсене машина ебәреп алдырған , ә һине онотҡан . Һине попуткаға сығарып ебәрергә тейеш түгел тинеләр . Юҡ , яҙмайым бер нимә лә . Имен һау эшләһен , кемдеңдер ғәзиз балаһы . Үҙенә яҙҙым ватсаптан , рәхмәт үҙегеҙҙең работнигығыҙға һәйбәт ҡараған өсөн тип и всё . Өндәшмәне . Бөгөн машина эҙләп йүгереп йөрөгән була .
Әле белмәйем переправалары асыҡмы , түгелме . Асылһа тағы попуткаға сығам инде . Иң мөһиме ошо йылғаның арьяғына сығырға кәрәк миңә . Теге ярға сыҡһам , нисек булһа ла ҡайтып етер инем .
Үҙемдең көсһөҙлөгөмдән илайым инде , ҡатын ҡыҙ бит инде мин . Күңел тигән нәмә ҡылдан нескә . Йырлап та ебәрәм ,
Әсәкәйем , әсәйгенәм
Ниңә былай хисле йөрәк бирҙең миңә , тип .
Берәүҙе лә ғәйепләмәйем . Мин Себер йөрөгәнгә кеше ғәйепле түгел , үҙем һайлаған юл .
Миңә бында оҡшай ауыр булһа ла .
Әммә ләкин , ҡыҙҙарыма әйтәм . Себер тип ауыҙығыҙҙы ла асмағыҙ !
Йәшәгеҙ Баймаҡтамы , Уфаламы . Матур итеп кейенеп эшегеҙгә барығыҙ .Дағалы туфлиҙәр кейеп тыҡылдата баҫып йөрөгөҙ . Рәхәтләнеп , матур итеп йәшәгеҙ йәшәгән ерегеҙҙә . Нечего делать һеҙгә Себерҙә . Һаулыҡ бөтөрөп , нервы туҙҙырып , эт күрмәгәнен күреп .
Себер ул дөрөҫөн әйткәндә бәхетһеҙҙәр урыны. Бик һирәк бында матур тормошло ҡатын ҡыҙҙар . Тормошо һәйбәт кеше доньяһын ҡалдырып сығып китмәй бит инде . Йүнле генә ирем булһа йөрөр инемме ни ошонда ? Төшөмдә лә күрмәҫ инем Себерҙе .
Аҡса эшләйһең дә , һаулыҡ яғы яйлап ҡына бөтә бара бит инде . Аҙаҡтан миллиондарға ла һатып алып булмаясаҡ . Минең һымаҡ өлкәндәргә ярай инде , ә йәш ҡатын ҡыҙҙарға Себер тип ҡыҙығырға кәңәш итмәҫ инем .
Гел генә позитив яғын яҙғас күптәр ҡыҙыға . Эргәңә ал тип һорайҙар . Йәштәргә ҡайҙа ла эш бар инде ул . Минең өлкән ҡыҙым парикмахерскаяла эшләй Баймаҡта . Хатта һәйбәт эш . Икенсеһе магазинда ине , уныһын да апайың эргәһенә күс тип өгөтләйем . Бәләкәс ҡыҙыма ла парикмахер булырһың тием . Үҙем дә уҡып алыр инем әле , һуҡырмын бит . Йә сәстәрен ҡыйыш ҡырҡырмын да әрләнермен клиенттарҙың . Красное белое магазиндарына , башҡа магазиндарға һәр ваҡыт һатыусы эҙләйҙәр . Эш хаҡы приличный уларҙа .
Эргәмә күп кешене саҡырҙым килмәнеләр . Килмәүҙәре лә яҡшылыр бәлки . Ултырығыҙ өйөгөҙҙә . Ә минең ныҡ ҡайтҡым килә . Йәй көнө эшләүе ныҡ ҡыйын икән . Эш ҡыйын түгел ә өйгә ҡайтҡы килә . Баҡса сәскән мәл , матур ваҡытты күрмәй ҡалдым .
Бында ла тәбиғәт матур . Ләкин , ҡырыҫ һалҡын . Ҡара ер юҡ , бөтә ерҙә ҡом . Сәскә йыям тип яланға барыр киткәйнем , арттан ҡысҡыралар , унда болота хәҙер батаһың . Үәт тәк . Тирә яҡ ҡом да һаҙлыҡ .
Баймаҡҡа күскәс, ялан ғына еркәй кәкүгең юҡ
үҙ урманыма ҡайтайым, тип һағышланып йырлап ултыра торғайным .
Хәҙер бөтөнләй һағышҡа баттым.
Себер генә тигән ерҙең кәкүге юҡ ,
Үҙ Уралҡайыма ғына ҡайтайым...
Миңзифа Ҡашҡарова.