Көнүҙәк мәсьәлә
17 Июнь 2023, 08:40

ТЕЛДЕ ҺАҠЛАУ - МИЛЛӘТТЕ ҺАҠЛАУ

--10-20 йыл элек беҙгә үҙ ырыуыңды белеү, ырыуҙарға бүленеү, ҡорҙар йыйыу, ырыу башлыҡтары һайлау мөһим булғандыр. Хәҙер икенсе юҫыҡҡа иғтибар итергә кәрәк. Бөгөн киҫкен мәсьәлә--милләт һаҡлау, тел мәсьәләһе. Бәлки, был хаҡта әйтеү килешмәйҙер ҙә. Ошонда ултырғандарҙың 50 процентының балалары башҡортса һөйләшмәй. Ә бында милләтебеҙҙең элитаһы ултыра. Күпселегегеҙҙең балаһы русса һөйләшә, шулаймы? Ошо һорауҙы күтәрәйек. Икенсе мәсьәлә--әхлаҡ мәсьәләһе. Көнсығышҡа эйәрәбеҙ, балаларҙы шулай тәрбиәләйбеҙ, уларға ҡарап ғаилә ҡорабыҙ, айырылышыуҙар күбәйҙе, ир-егеттең абруйы төштө,--тине бөгөн Бөрйән ырыуы йыйынын асҡанда үҙ сығышында Бөрйән районы башлығы Ғәзиз Манапов.

ТЕЛДЕ ҺАҠЛАУ - МИЛЛӘТТЕ ҺАҠЛАУТЕЛДЕ ҺАҠЛАУ - МИЛЛӘТТЕ ҺАҠЛАУ

Эйе, бөгөн Иҫке Собханғол ауылында боронғо Бөрйән ырыуы йыйыны уҙа. Был ырыу биләгән ерҙәрҙә хәҙер Баймаҡ, өлөшләтә Бөрйән, Мәләүез, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка, Дәүләкән райондары, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең бер өлөшө урынлашҡан.

Сарала сәләмләү һүҙҙәрен еткереп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева ырыуҙар съездарын үткәреүҙең Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыуҙа мөһим роль уйнауын билдәләне.

— Ырыу съезы ҡарарҙар ҡабул итеүҙең юғары йәмәғәт органы булып тора. Һәм, һәр ваҡыттағыса, уның ҡарарҙарына ышаныс кимәле юғары. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ике тиҫтәгә яҡын күләмле проектты тормошҡа ашыра. Үҙебеҙҙең эшмәкәрлектә лә йәмәғәтселек фекеренә, көсөнә таянабыҙ. Ә был тәү сиратта - башҡорт ырыуҙарын берләштереү. Уларҙың үҙенсәлеге, райондарҙың, төбәктәрҙең географик сиктәренән сығып, берләштереү мөмкинлегенә эйә. Мәҫәлән, бында Бөрйән ырыуы башҡорттары йәшәгән тиҫтәләгән район вәкилдәрен күрәбеҙ. Быйылғы йыйын ижтимағи хәрәкәткә һәм халҡыбыҙҙың үҫешенә ҙур этәргес бирер тип ышанам, - тип билдәләне Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.

Бөрйән башҡорт ырыуының этногенезы, уларҙың тамырҙары, донъя мәҙәниәтенә индергән өлөшө хаҡында Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев һөйләне.

— Нәҡ бөрйәндәрҙең сәсәндәре арҡаһында «Урал батыр» эпосының тулы варианты һаҡланып ҡалған, ул хәҙер дөйөм донъяуи мәҙәни ҡиммәтебеҙгә әйләнде, - тип билдәләне Нурислам Мирхәйҙәр улы.

Съезд Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Фән һәм мәғрифәт йылына ярашлы уҙа. Унда Бөрйән ырыуының тарихы, мәҙәни мираҫы, әлеге хәле тураһында һөйләшеүгә ҙур иғтибар бүленә. Фекер алышыуҙа ғалимдар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, этнографтар ҡатнаша.

Мәҫәлән, Бөрйән ырыуы вәкилдәре - Әлшәй районынан Айҙар Солтанғолов һәм Дәүләкән районынан ауыл китапханаһы директоры Әлфинә Байбулатова үҙ райондарындағы Бөрйән ауылдарының тарихы тураһында докладтар тәҡдим итә. Бындай мәғлүмәттәр менән республиканың Хәйбулла, Миәкә, Көйөргәҙе делегаттары ла таныштыра.

Бөрйән ырыуы вәкилдәренең күбеһе Башҡортостандың Баймаҡ районында йәшәй. Ундағы ауылдарҙың тарихы хаҡында Сыңғыҙ ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Нияз Ураҙбаев бәйән итә.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас