АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Көнүҙәк мәсьәлә
16 Июнь 2023, 11:30

Сибайҙар алғы һыҙыҡҡа автоцистерна ебәрҙе

Сибайҙар алғы һыҙыҡтарығы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам күрһәтеүҙән туҡтамай. Аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре, кейем-һалым, медикаменттар менән бер рәттән ағас, таҡта, күсмә мунса һәм ҡорамалдар даими оҙатыла. Был юлы һалдаттар эсәр һыу ташыу өсөн автоцистерна һораны.

Сибайҙар алғы һыҙыҡҡа автоцистерна ебәрҙеСибайҙар алғы һыҙыҡҡа автоцистерна ебәрҙе
Сибайҙар алғы һыҙыҡҡа автоцистерна ебәрҙе

Быйыл апрель айы аҙағында 41867-се хәрби часть командиры, подполковник Меликов эшҡыуар Нур Тажетдиновҡа хат-үтенес менән мөрәжәғәт итә. Ул хатында ЗИЛ автомобиленә ҡуйылған автоцистерна кәрәкләген белгертә. Ошо көндәрҙә машина алғы һыҙыҡҡа ебәреүгә әҙер булды.

Әйткәндәй, автоцистерна кәрәклеген беренсе булып майор Шагалин белгертә. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул Украинала барған махсус хәрби операция барышында минаға эләгеп, һәләк була. Шуға күрә лә яуҙаштары был техниканы уның яҡты иҫтәлегенә арнаған.

Әлеге ваҡытта күптәр махсус хәрби операция билмәһендә булыусы мобилизацияланған яҡташтарға, яуға үҙ теләге менән киткән ирекле батальондарға ярҙам күрһәтергә ашыға. Ирекмәндәр штабтарында гуманитар ярҙам өҙлөкһөҙ йыйыла. Сибайҙан ғына алғы һыҙыҡҡа әллә нисә тапҡыр унар тонна йөк оҙатылды. Аҙыҡ-түлек, әйберҙәр, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, медикаменттар әле лә йыйыла һәм оҙатыла. Таҡта, ағас, ҡорамалдар, техника ла йыш ебәрелә. Быларҙың барыһы ла еңеү тиҙләтеү өсөн эшләнә.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас