Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
14 Декабрь 2022, 16:05

Тәгәрмәсле мунса яһаған

Сибай ҡалаһы эшҡыуары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн тәгәрмәсле мунса яһаған.Тиҙҙән уны алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәргә илтәсәктәр.

Тәгәрмәсле мунса яһаған
Тәгәрмәсле мунса яһаған

Был хаҡта Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙҙы:

"Сибайҙар ҙа башҡа төбәк халҡы кеүек үк мобилизацияланған яҡташтарына ҡулынан килгәнсе ярҙам итә. Эшҡыуар, 4 бала атаһы Батыр Рысҡужин хәрбиҙәр өсөн  күсмә мунса яһаған. Был бик ҙур ярҙам, сөнки ҡышҡы осорҙа гигиена һәм кейемде киптереү мәсьәләһе - ир-егеттәр өсөн иң мөһим шарттарҙың береһе, - ти Азамат Мырҙағәле улы.

Автор:Гульдар Кадаева