Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
8 Декабрь 2022, 21:10

Хәл белешеү үҙе сауап

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова Сибай ҡалаһының мобилизацияға эләккән мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең ата-әсәләре, ҡатындары, балалары менән осрашты. Сибайҙан был тармаҡтан 15 ир-егет хәрби хеҙмәткә алынған. Министр урынбаҫары был һандың республикала иң күбе булыуын белдерҙе, мобилизацияланғандарға төбәктә күрһәтелгән ярҙам төрҙәре менән таныштырҙы.

Хәл белешеү үҙе сауап
Хәл белешеү үҙе сауап

Сара һуңында "Тау артында ниҙәр бар?" спектакле күрһәттелде.

Автор:Гульдар Кадаева