+17 °С
Облачно


Билалдар Украинала барған махсус хәрәкәткә ҡушылған ир-егеттәребеҙгә һәр яҡтан рухи һәм матди теләктәшлек күрһәтә. Ошоға тиклем ҡатын-ҡыҙҙар егеттәргә йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп ебәрҙе. Ауыл халҡы, ауылда тыуып-үҫеп, әлеге ваҡытта төрлө ерҙә йәшәүселәр менән берлектә аҡсалата ла ярҙам күрһәттек.
Ә был юлы, Билал, Һәмән ауылынан мобилизацияға эләккән егеттәрҙең әсәләрен мәсеткә саҡырып, ил именлеге, ир-егеттәрҙең иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доғалар уҡылды, аяттар бағышланды. Имен-һау ҡайтығыҙ, егеттәр, һеҙҙе өйҙә көтәләр!
Райхана Булатова, китапханасы.