

«Типичный Баймак» төркөмөндә бер әсәнең яҙмаһына юлыҡтым. Әсә кеше яҙыуынса, уның улы Сибайҙа уҡый. Ялға ҡайтҡанында 17.30 сәғәткә Баймаҡтан Түбә ҡасабаһына билет ала. Шул ваҡытҡа килеп туҡтаған автобусҡа инеп ултыра, тик ул икенсе маршрут буйынса китеп бара. Үҫмер водителгә яңылыш инеп ултырыуын аңлатырға теләй, тик телефондан һөйлшеүсе водитель, малайҙы ишетмәйенсә Мерәҫ тарафына елеүен дауам итә. Аҙаҡ, белеп ҡалғас, үҫмерҙе сит ерҙә—Мерәҫ-Иҫән юлында төшөрөп китә.
Әсә борсола, «Башавтотранс» предприятиеһының «ҡыҙыу линияһы» менән бәйләнешкә ине. Бәхеттәренә күрә, таксист үҫмерҙе ауылына алып килеп китә.
Ошо әсә интернет селтәре аша биргән һорауҙы беҙ ҙә бирәбеҙ: контролер ниңә билетты ҡарап, тикшереп индермәгән? Ниңә водитель көн кискә ауып, эңер төшкәндә малайҙы юл сатында ҡалдырып киткән? Ниңә пассажирҙарҙың береһе лә үҫмерҙе яҡлап һүҙ әйтмәгән?
Эйе, интернетта был яҙма аҫтында ҡыҙыу бәхәс бара. Кемдер 16 йәшлек үҫмерҙе ғәйепләй, кемдер—водителде, кемдер—контролерҙы...
16 йәш. Аңлы малай. Әммә ул барыбер балиғ булмаған бала. Бәлки, тыныс, йыуаш, оялсаныраҡ үҫмерҙер. Минеңсә, уның үҙен генә ғәйепләргә ярамай. Ололар аҡыллыраҡ, ә вокзал хеҙмәткәрҙәре эшенә яуаплыраҡ булырға тейеш бит.
Ошо урында үҙем менән булған хәлде лә яҙып үтәйем. Уҙған йыл декабрь айында 8 йәшлек бала менән мин дә Баймаҡ вокзалынан ауылға юлланырға булдым. Билет алынған. Автобус юҡ. Уның һуңлаңҡырап киләсәген хәбәр иттеләр. Тышта аяҡ өшөгәс, ҡыҙымды эйәртеп, йылыныр өсөн, вокзал эсенә индем. Күп булһа 5 минут йылынып эстә торғанбыҙҙыр. Сығыуыбыҙға ауылдаштар ҙа, автобус та юҡ. Автобус килде тип иғлан итеүсе булманы! Ә билет тикшергән контролер пассажирҙар һаны тулмағас, ниңә һөрәнләп эҙләмәне икән? Көйҙөм, вокзал администрацияһына индем, янъял ҡуптарҙым, улар бер-береһенә «төртөп күрһәтеп», баш остарынан себен осорҙо...
Кире Сибайға ҡайтырға теләк булманы, һөҙөмтәлә 800 һум түләп такси менән ауылға киттек.
Эйе, һатып алынған билет бар ине... Аҙаҡ иҫбатлап, өҫкә хат яҙып, судлашырға мөмкин ине. Тик ауылға барып, йылы өйгә инеп, тәмләп сәй эскәс, бар асыу ҙа үтте, ҡул һелтәп кенә ҡуйҙым... Шулай ҙа янъял ҡуптарғандан һуң, вокзал хеҙмәткәрҙәре уйланғандыр, башҡаса хаталанмаҫ тип уйлағайным, өмөтләнгәйнем... Юҡ икән, әле лә иғтибарһыҙлыҡ, яуапһыҙлыҡ икән унда.
Әле лә әсә кеше судҡа бармайым, иң мөһиме улым һау, тип белдергән... Ғәйеплеләр яза алмайынса, тәртип булмаҫ, күрәһең.