АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Көнүҙәк мәсьәлә
28 Октября 2022, 05:05

Мобилизацияға эләгеүселәрҙең ғаиләһенә төрлө яҡлап социаль ярҙам күрһәтелә

Сибай ҡалаһында мобилизацияға эләгеүселәрҙең ғаиләһенә төрлө яҡлап социаль ярҙам күрһәтелә. Уларҙың бер нисәүһен “Хәрбиҙең ғаиләһе танытмаһы”бирә.

Мобилизацияға эләгеүселәрҙең ғаиләһенә төрлө яҡлап социаль ярҙам күрһәтеләМобилизацияға эләгеүселәрҙең ғаиләһенә төрлө яҡлап социаль ярҙам күрһәтелә
Мобилизацияға эләгеүселәрҙең ғаиләһенә төрлө яҡлап социаль ярҙам күрһәтелә

 

Ҡалабыҙҙа өлөшләтә мобилизацияға эләккән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн махсус танытмалар бирелә. Танытмаһы булған әсәләр һәм балалар мәҙәниәт һәм өҫтәмә белем биреү муниципаль учреждениеларына йөрөүгә ташламалар менән ҡуллана. Һәр документ реестрҙа теркәлгән һәм үҙ идентификацион һанына эйә. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев тәүге танытмаларҙы махсус хәрби операцияһында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләһенә тапшырҙы. Мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған барлыҡ ғаилә ағзалары танытманы ҡала хакимиәтенең 210-сы бүлмәһендә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске алтынсы яртыға тиклем барып ала ала.
Ир-егеттәре хәрби хеҙмәткә саҡырылған ғаиләләргә күрһәтелгән ярҙам төрө үрҙә һынап үткәндәр менән генә сикләнмәй. Атап әйткәндә, психологик ярҙам да ҡаралған. Бынан тыш танытмаһы булған ғаиләләргә республика хөкүмәте лә бик күп социаль ярҙам күрһәтә.

Мобилизацияға эләгеүселәрҙең ғаиләһенә төрлө яҡлап социаль ярҙам күрһәтелә
Мобилизацияға эләгеүселәрҙең ғаиләһенә төрлө яҡлап социаль ярҙам күрһәтелә
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас