АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Көнүҙәк мәсьәлә
18 Октября 2022, 11:25

Кейәү ҙә, кәләш тә бына тигән!

Илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән алып ҡала һәм райондарҙа хәрби комиссариаттар ғына түгел, Граждандар хәле акттарын текрәү бүлектәре лә көсөргәнешле шарттарҙа эшләй. Хәрби бурыслы ир-егеттәр күпләп мобилизация пункттарына әҙерләк үтеүгә саҡырылғанлыҡтан, буласаҡ кейәү менән кәләш өйләнешергә теләп ғариза яҙған көндө үк уларҙың никахы рәсмиләштерелергә тейеш. Сибай концерт-театр берекмәһенең йәш балет артисы Наил Заһир улы Шәмсетдинов та ошо уңайлыҡтан файҙаланып өйләнгән. Кәләше Сәлиә Илнур ҡыҙы Дәүләтбаева һөйгәне тәҡдим яһағас та уға кейәүгә сығырға риза була. Тормоштоң барлыҡ һынауҙарын иңгә-иң терәп үтергә әҙер булған йәш ғаилә пары никахын тыуған яҡтарында--Әбйәлил районында рәсмиләштергән.

Кейәү ҙә, кәләш тә бына тигән!Кейәү ҙә, кәләш тә бына тигән!
Кейәү ҙә, кәләш тә бына тигән!

--Донъя хәлен белеп булмай. Өйләнеүгә бик яуаплы ҡарайым, шуға ла бер-беребеҙгә тоғролоҡ билдәһе итеп балдаҡ кейҙерештек тә ғаиләбеҙ тыуыу тураһында таныҡлыҡ алып ҡыуандыҡ. Бына хәҙер беҙ ысын ир менән ҡатын,--тип шатлана Наил Шәмсетдинов, һөйгәне Сәлиәне сикһеҙ яратыуын белдереп.

ЗАГС-ҡа ингәндә икеһе ике фамилия менән булһа, унан сыҡҡанда бер бөтөнгә әйләнгән Шәмсетдиновтарға ғаилә бәхете, мөхәббәт, именлек теләйбеҙ!

Артабан да улар ЗАГС-ҡа юл һыуытмаһын—бер-бер артлы ул һәм ҡыҙҙары тыуып торһон, илдә тыныслыҡ, күгебеҙ аяҙ булһын!

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас