АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Көнүҙәк мәсьәлә
17 Октября 2022, 06:40

ИЛАМАҒАН КӨНӨМ ЮҠ...

Аллаһы Тәғәләгә көн дә ялбарам, улымды һуғышҡа алып китеүҙәрен һорайым...

ИЛАМАҒАН КӨНӨМ ЮҠ...ИЛАМАҒАН КӨНӨМ ЮҠ...
ИЛАМАҒАН КӨНӨМ ЮҠ...

«Һүҙемде нимә тип башларға ла белмәйем. Бөгөн илебеҙ тыныс түгел, һуғыш бара, иртәгә ни булырын да белеп булмай. Һәр ғаилә энә өҫтөндә ултырғандай: кемдеңдер—ирен, кемдеңдер улын, кейәүен алып киттеләр. Йәш кенә балалар үлеп ҡайта. Бөтә ил илай, ҡурҡыныс...

Ә мин Аллаһы Тәғәләгә көн дә ялбарам, улымды һуғышҡа алып китеүҙәрен һорайым. Үҙәгемә үткәрҙе, йоҡом—йоҡо, ашым—аш түгел. Ғаиләһе лә, эше лә юҡ, эсә. Унда-бында кешегә эшләшеп эсеп ҡайта ла, баш төҙәтергә аҡса булмаһа минән таптыра. Юҡ тиһәм, туҡмай. Үҙ улыңдан туҡмалып ултыр сәле. Әҙәмдән оят. Донъямды ҡалдырып, ҡыҙҙарыма күсә лә алмайым. Өйгә үҙе кеүектәрҙе йыйып юҡ итәсәк. Ирем мәрхүм менән матур итеп төҙөгәйнек, нигеҙҙе һыуытҡы килмәй. Ҡыҙҙарымдың ғаиләһенә барып мәшәҡәтләп ятыуҙы ла өнәмәйем.

Йәш кенә, аҡыллы малайҙарҙы юҡ иткәнсе, 40-ты үткән минең улды алһалар ине ул... Бәлки, тормош асылын аңлап ҡайтыр ине.

Улын һуғышҡа ебәрергә теләгән алама әсәй тип уйлайһығыҙҙыр инде. Бәлки, ысын аламамындыр, улымды йүнле итеп тә тәрбиәләй алмағанмын шул».

 

Бына шундай хат алдыҡ... Ҡыҙғаныс хәл.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас