АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Көнүҙәк мәсьәлә
17 Октября 2022, 10:50

БЕРҘӘМЛЕКТӘ—КӨС!

Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы «Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү хаҡына» тигән оран бөгөн көнүҙәк була бара. Башҡортостандың бик күп эшҡыуарҙары һәм предприятиелары ярҙамға ашыға. Мәҫәлән, Бөрө ҡалаһынан эшҡыуар Вячеслав Сабиров Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон егеттәренә 20 конвекцион мейес ебәргән. Был ыҡсым ғына мейестәрҙе эшҡыуар үҙе эшләй. Улар 15-20 минутта 40-60 кв.м. майҙанды йылытыуға һәләтле.

БЕРҘӘМЛЕКТӘ—КӨС!БЕРҘӘМЛЕКТӘ—КӨС!
БЕРҘӘМЛЕКТӘ—КӨС!

Меләүездәге «Ликом» компанияһы иһә фронтҡа бирсәткәләр оҙатҡан. Тыныс тормошта уларҙы нефть һәм газ сәнәғәтендә ҡулланалар, ул термик яныуҙан һаҡлай.

Стәрлетамаҡтағы «Башполимерпласт» предприятиеһы иһә Башҡортостан егеттәренә 1000 медицина жгуты ебәргән.

Өфөләге «Башстрой» йәмғиәте генератор ебәрһә, Межгорье эшҡыуары «УАЗ» внедорожнигы ебәрергә теләк белдергән.

 

Фото: Башинформ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас