Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
29 Август 2022, 10:10

ДИСТАНЦИОН УҠЫРБЫҘМЫ?

Дәүләт Думаһында был мәсьәләгә ҡарата фекер белдерәләр...

ДИСТАНЦИОН УҠЫРБЫҘМЫ?
ДИСТАНЦИОН УҠЫРБЫҘМЫ?

Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Федот Тумусов фекеренсә, коронавирус менән ауырыусылар һаны хәҙерге кеүек тиҙ темпта үҫһә, мәктәптәр дистанцион уҡытыу форматына күсерүе ихтимал.

"Коронавирус бик тиҙ үҫеш ала. Бер нисә аҙна элек көнөнә өс меңгә яҡын яңа осраҡ булһа, бөгөн инде бөтөн Рәсәй буйынса тиҫтәләгән мең кеше. Бындай һандар беҙҙе бик борсой. Әгәр 1 сентябргә ҡәҙәр коронавирус шундай темптар менән таралһа, төбәктәрҙәге хәкимиәттәргә мәктәп уҡыусыларын ваҡытлыса уҡытыуҙың дистанцион форматына күсерергә тура килеүе мөмкин”, — тип белдергән ул “Спутник” радиоһындағы әңгәмәлә.

Оператив штаб мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 27 августта Рәсәйҙә инфекция менән ауырыуҙың 47 меңдән артыҡ яңы осрағы теркәлгән.

Иң күп ауырыусылар Мәскәүҙә –  тәүлек эсендә 6 915 кеше.

 

фото:regnum.ru

Автор:Резеда Валиева