АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
6 Июль 2022, 08:45

ГЕНЕРАЛ РУХЫ САҠЫРА

Шайморатовсылар бер урынға тупланды. Имен-һау ҡайтыуҙарын теләйек!

ГЕНЕРАЛ РУХЫ САҠЫРА
ГЕНЕРАЛ РУХЫ САҠЫРА

Башҡортостанда Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонға ирекмәндәрҙе йыйыу тамамлана. Уны булдырыу инициативаһы республика хәрби хеҙмәт ветерандары ойошмаларынан килә. Ойошма етәкселәренең береһе Алик Камалетдинов белдереүенсә, республиканың һәр төбәгенән үҙ теләге менән ҡушылырға теләүселәр бик күп булған.
Шайморатовсыларҙы бер батальонға туплауҙы оборона министрлығы ла хуплаған һәм әҙерлеккә ярҙам күрһәткән. Шулай уҡ республиканың эре предприятиелары булышлыҡ индергән.

— Улар аҡсалата ярҙам итте, беҙ уға йәйге комплект алдыҡ,—ти Алик Камалетдинов.—Яҡташтарыбыҙҙың кейемен республикабыҙ флагы биҙәй. Форманан тыш, хәрбиҙәргә квадракоптерҙар, тепловизорҙар, радиостанция һәм башҡалары алынды.

Әйткәндәй, үҙ теләге менән ҡушылыусыларҙың күбеһе хәрби тәжрибәле, йәғни ҡасандыр ҡыҙыу нөктәләрҙә булған.

Алик Камалетдинов белдереүенсә,  Рәсәй түләүҙәренән тыш, шайморатовсылар республиканан махсус өҫтәлмә түләүҙәр ала. Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ветерандарға һәм башҡа категория граждандарына социаль ярҙам итеү бүлеге начальнигы Наталья Козка әйтеүенсә, үҙ теләге менән операцияға ҡушылыусылар бер тапҡыр бирелә торған 200 мең һум ала. Бынан тыш, һәр көнгә 2 мең һум күсерелә.
Хәрбиҙәр матди ярҙам алһа ла, үҙҙәренең батальонға ҡушылыуын аҡсаға бәйләмәй. Мәҫәлән, 30 йәшлек Кирилл: «Патриотизм, ғәҙеллек тойғоһо алып килде. Әсәйем был хаҡта белгәс, Аллаһ яныңда булһын, үҙе һаҡлаһын, тип фатихаһын бирҙе»,—ти.

Егеттәрҙең имен-һау үҙ аяҡтарында ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Мәғлүмәт «Башинформ»дан.
Фото: Башинформ.

 

 

 

Автор:Резеда Валиева