АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
4 Июль 2022, 19:55

КЕМДЕР ЙЫЛҠЫ КӨТӘ...

Ә беҙ 2-3 баш һыйыр, 10-лап һарыҡ та ҡарай алмайбыҙ....

КЕМДЕР ЙЫЛҠЫ КӨТӘ...
КЕМДЕР ЙЫЛҠЫ КӨТӘ...

Яңыраҡ бер апайҙың зарланыуын ишетерегә тура килде. Былай тип һөйләй ул:

--Ауылда малһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Быға тиклем ҡоролоҡ арҡаһында ыҙалағайныҡ. Мал башын кәметеп, йә ситтән бесән һатып алып проблеманы хәл иттек. Быйылғы йәй ямғырлы килгәс, эй, шатландыҡ. Бесән шәп үҫһә, мал һанын ҡайтанан ишәйтергә лә ниәт бар ине. Әммә бөтә өмөт селпәрмә килде.
Ауылда, күрше ауылдарҙа бик күпләп йылҡы көтәләр. Хужалары башҡаларҙы уйлап та та бирмәй. Йылҡылары бөтә сабынлыҡты тапап бөтә. Шуға ирем менән көнө-төнө тигәндәй бесәнлекте ҡарауылланыҡ. Йома туғаныбыҙҙың никахына барып ҡына урманға бара алманыҡ. Ошоно белеп әллә юрый йылҡыларын ҡыуғандар, сабынлыҡ тапалған.
Кемдер 20-30 баш йә унан да күп йылҡы көтә, беҙ 2-3 һыйыр, 10-лап һарыҡ та ҡарай алмайбыҙ.

Ә һеҙ ошо апай һымаҡ хәлгә тарығанығыҙ булдымы?
Һеҙ йылҡы һәм уның хужалары менән нисек көрәшәһегеҙ?

Автор:Резеда Валиева