АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
28 Июнь 2022, 14:05

Фонтан нишләп эшләмәй?

Сибай ҡалаһының Еңеүҙең 30 йыллығы исемендәге парктағы фонтан эшләмәй тора. Йәйге эҫелә күптәр уның янында ял итергә, балалар эргәһендә һыуға ҡойонорға хыяллана.

Фонтан нишләп эшләмәй?
Фонтан нишләп эшләмәй?

Фонтан нишләп эшләмәй?

 Был мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү өсөн ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы етәкселегенә мөрәжәғәт иттек.

Идаралыҡта ҡала фонтандарының торошо яҡшы кимәлдә булмауын аңлаттылар. Уларҙың күбеһе иҫке һәм һыу һиптергәстәрҙе эшкә көйләү бик күп запас частар талап итә.

-Еңеүҙең 30 йыллығы исемендәге паркты биҙәгән Диңгеҙ симфонияһы фонтаны 2014 йылда эшләй башланы. 8 йыл эсендә ул сафтан сығыуын сыҡмаһа ла, күп кенә урындары боҙолдо. Былтыр көҙ фонтандың эшкә яраҡһыҙлығы асыҡланды. Уны йүнәтеү өсөн запас частар табыуы бик ауыр, сөнки һыу һиптергес техникаһы 90 проценты сит илдә етештерелгән элементтарҙан тора. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ уны йүнәтәбеҙ һәм ошо арала уны эшкә көйләйәсәкбеҙ, -- ти торлаҡ-коммуналь хужалыҡ инженеры Дмитрий Криворучко.

Ҡалалаштарҙың яратҡан ял урыны – “Диңгеҙ симфонияһы” фонтаны 1 июлдән эшләй башлаясаҡ.

 

Автор:Гульдар Кадаева