Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
16 Май 2022, 14:55

Хөкүмәт Сибайҙа эшләне

Сибайҙың концерт-театр берекмәһендә "Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү" темаһына сессия уҙҙы. Сессия эшендә министрлыҡ һәм ведомстволарҙың, үҫеш институттарының, республика һәм муниципаль власть органдарының 80-дән ашыу вәкиле ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сәләмләне һәм Урал аръяғы төбәген үҫтереүҙең төп маҡсаттарын әйтеп үтте. Төрлө ведомстволар етәкселәре 10 үҫеш перспективаһы проекты тәҡдим итте. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү йүнәлешендә «Хәләл-экспресс» берҙәм логистик үҙәге булдырыу отошло тип табылды. Уның нигеҙендә ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы хуплаған Рәсәйҙә берҙән-бер булған «Хәләл» продукцияһын сертификациялау үҙәге булдырыу күҙаллана.

Хөкүмәт Сибайҙа эшләне
Хөкүмәт Сибайҙа эшләне

Урал аръяғы сәнәғәте һәм экологияһы тармағында гидроэлектростанциялы һыу һаҡлағыс төҙөп, углерод эҙҙәрен кәметеү һәм ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса «экобиржа» булдырыу мәсьәләһе ҡаралды.

Туризм өлкәһендә йыл әйләнәһенә ял итеү мөмкинлеге биргән проекттарҙы тормошҡа ашырыу барланды. Шулай уҡ төбәкте эшлекле һәм конгресс туризмы булараҡ үҫтереү отошло. Бынан тыш Урал аръяғында «Ирәндек» турист-рекреацион кластер булдырылыуы ихтимал. Киләсәктә ял итеүселәрҙән Рәсәйҙең көньяғы төбәктәрендәге кеүек, курорт йыйылмаһы ала башлау мәсьәләһе лә күтәрелде.

Стратегик сессиялар ҡатнашыусылар эшен дауам итһә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылындағы мәктәптең төҙөлөш майҙанына барҙы.

-Объект мөһим һәм кәрәкле, уның ваҡытында саф инмәүенә урындағы халыҡтың ризаһыҙлыҡ белдереүен аңлайым,--тине Андрей Назаров.-Намыҫһыҙ төҙөүсе үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләрҙе үтәй алмай, объектты файҙаланыуға тапшыра алманы. Әле дөйөм тырышлыҡ менән мәктәпте төҙөйбеҙ һәм Иҫке Сибайҙарға вәғәҙә итеүебеҙсә, уны ваҡытында тапшырасаҡбыҙ. 1 сентябрҙә балалар ошо мәктәпкә барырға тейеш!

Генераль подрядсыға ярҙамға субподряд эштәренә "Башеврокуб" йәлеп ителгән. 12 майҙан башлап аҙна һайын Хөкүмәт ултырышында яуаплылар төҙөлөш эштәренең барышы тураһында хәбәр итергә тейеш.

Андрей Назаров Баймаҡта төҙөлгән 300 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән балалар поликлиникаһында ла булды. Әлеге ваҡытта объекттың 3-сө ҡатында эштәр алып барыла, инженер селтәрҙәре һуҙыла.

Шулай уҡ Андрей Назаров Темәс ауылында бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексының төҙөлөш майҙансығын ҡараны. Премьер-министр яуаплы ойошмаларға объектта эштәрҙе финанслау һәм тергеҙеү мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты. Темәстәр ауыл хакимиәте биләмәһе өсөн яңы бина төҙөү зарурлығын да белдерҙе. Премьер-министр проект сметаһын төҙөү кәрәклеген белдерҙе.

Баймаҡ районындағы төҙөлөштәрҙәге эштәрҙе барлағандан һуң Андрей Назаров Сибай ҡалаһының 6-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә булды. Ошо мәктәп базаһында 725 урынға иҫәпләнгән заманса технологиялар буйынса яңы бина төҙөү планлаштырыла. Иҡтисади һәм математик йүнәлештә эшләйәсәк лицей бинаһында бассейн да буласаҡ.

Артабан ул “Урал аръяғы балалары" тип аталған балалар өсөн күп функциялы мәғариф үҙәге төҙөлөшөн ҡараны. Үҙәктең структураһы 3 блоктан торасаҡ, уға Сибай коррекция мәктәбе һәм интернаты; инвалид балалар өсөн республика дистанцион уҡытыу үҙәге һәм Сибай психологик-медик-педагогик комиссияһы инәсәк. Әлеге ваҡытта был объект буйынса бөтә планлаштырыу, технологик һәм инженер ҡарарҙар ҡабул ителгән.

Стратегик сессияның йомғаҡлау өлөшө «Урал аръяғы» күп фунциалы үҙәктең конференц-залында үтте. Унда ла төбәк үҫешенә бәйле эшлекле тәҡдимдәр яңғыраны. Иң беренсе нәүбәттә таусылар ҡалаһында литий-ион аккумуляторҙары производствоһын асырға тәҡдим ителде. Бындай аккумуляторҙар электромобилдәрҙә һәм заманса портатив электроникала киң ҡулланыла. Уларҙың төп үҙенсәлеге—зарядка йыйыуҙа.

Питание элементтары урындағы сеймалдан етештерелһә, предприятиены Урал аръяғында урынаштырыу хуплау тапты. Литий-ион батареялары етештереү Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында киләсәктә булдырыласаҡ тау-металлургия кластерына нигеҙ буласаҡ тип та белдерелде.

Премьер-министр әйтеүенсә, сессияла тәҡдим ителгән проекттар 2030 йылға ҡәҙәр Урал аръяғының социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын булдырғанда иҫәпкә алынасаҡ. Документ өҫтөндә Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй финанс министрлығының фәнни-тикшеренеү финанс институты берлектә эшләй. Стратегия «Урал аръяғы–2022» инвестицион форумда йәмәғәтселеккә тәҡдим ителәсәк.

«Урал аръяғында сәнәғәтте үҫтереүҙең потенциалы киң. Бында ҙур булмаған биләмәлә 7 ятҡылыҡ урынлашҡан. Уларҙың аналогтары юҡ, шуға ла уны файҙаланырға һәм үҫтерергә кәрәк»,--тине Андрей Назаров.

«Урал аръяғы–2022» инвестицион һабантуй быйыл Сибайҙа 2-4 июндә үтә. Форумды төбәк Хөкүмәте һәм стратегик инициативалар агетлығы ойоштора. Әлеге көндә ҡалала 1,7 млрд һумлыҡ 11 инвестпроект тормошҡа ашырыла. 2021 йылда ҡалала сәнәғәт производствоһы 40%-ҡа артҡан. Иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрөндә лә урында етештерелгән тауарҙар күләме сиреккә күтәрелгән.

Автор:Гульдар Кадаева