АТАЙСАЛ
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
15 Май 2022, 12:45

ЯНҒЫН ҠАРШЫ БҮЛЕК АСЫЛДЫ

Баймаҡ районы Беренсе Төркмән ауылында янғын депоһы асылды. Ишбирҙе ауылы биләмәһе лә бүләкле булды.

ЯНҒЫН ҠАРШЫ БҮЛЕК АСЫЛДЫ
ЯНҒЫН ҠАРШЫ БҮЛЕК АСЫЛДЫ

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына булған эш сәфәре сиктәрендә Беренсе Төркмән ауылында янғын бүлеген асыу тантанаһында ҡатнашты.

Янғынға ҡаршы подразделениены республика етәксеһе 2020 йыл ауылға килгәнендә булдырырға ҡушҡайны. Янғынға ҡаршы бүлек хеҙмәткәрҙәре 12 ауылды хеҙмәтләндерәсәк, был төбәктә 3 меңдән ашыу кеше йәшәй.

- Бөгөн беҙҙең яҡшы миссия: беҙ рәсми рәүештә янғын депоһы асабыҙ. Төбәкте хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү мөһим,--тине Радий Хәбиров.--Мин шулай уҡ һәр янғын һүндереүсегә, ҡотҡарыусыға рәхмәт белдерергә килдем. Уҙған йыл һеҙгә еңел бирелмәне. Тәбиғәт янғындарын һүндереүҙә ҡатнашыуығыҙ, уның ауылдарға тоҡанмауын тәьмин итеүегеҙ өсөн рәхмәт. Яңы миҙгелдә лә эффектив эшләрһегеҙ тип ышанам.

Башҡортостан Башлығы янғынға ҡаршы бүлек бинаһын ҡараны, техника менән ҡыҙыҡһынды. Янғын-ҡотҡарыу көсөн үҫтереү стратегияһы сиктәрендә ике тулы приводлы күп функциялы машина алынған. Уларҙың автоцистернаһына 6 куб.м һыу һыя. Бында 13 хеҙмәткәр эшләйәсәк.

Баймаҡ районының урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашҡандарға Радий Хәбиров Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Улар араһында янғын һүндереүселәр, ирекмәндәр, урында йәшәүселәр бар. Бынан тыш, республика етәксеһе Ишбирҙе ауыл советына янғынға ҡаршы техника--ЛКТ-4П цистернаһын бүләк итте.

 

Шулай уҡ Радий Хәбиров Беренсе Төркмән ауылы мәктәбендә булды. Ата-әсәләр белем усағына ремонт һораны, юлдарға ла иғтибар кәрәклеген белдерҙе. Башлыҡ мәсьәләне өйрәнергә, юлдарға ҡырсынташ түшәтергә һүҙ бирҙе.

 

Автор:Резеда Валиева