Бөтә яңылыҡтар

МИҢӘ ҺЫЛЫУҠАЙ КӘРӘК... МИҢӘ ӘРПЕШ КӘРӘКМӘЙ...

Аллаһы Тәғәлә: "Буй еткән балаларығыҙҙы өйләндерергә ашығығыҙ", - тигән. Был тәңгәлдә бөгөн проблема бик киҫкен. Димсе беҙгә ярҙамға килә аламы? Димсе ниндәй булырға тейеш? Егет менән ҡыҙҙың донъяға булған ҡарашын өйрәнмәйенсә, мәҙәни, рухи, аң кимәлен сағыштырмайынса, таныштырам тигән булып, димсенең бер яңғыҙҙың телефон һандарын икенсеһенә биреүе дөрөҫмө? 

МИҢӘ ҺЫЛЫУҠАЙ КӘРӘК... МИҢӘ ӘРПЕШ КӘРӘКМӘЙ...
МИҢӘ ҺЫЛЫУҠАЙ КӘРӘК... МИҢӘ ӘРПЕШ КӘРӘКМӘЙ...

Декрет ялында ултырғанда, яңғыҙ таныштарым күп булыуын иҫәпкә алып,  димселек менән булышып ҡарағайным. “Бәйләнештә” селтәрендә төркөм булдырҙым. Буйҙаҡтар, яңғыҙ ҡыҙҙар шул тиклем күп ине. Аҙаҡ һәр береһенә яуап биреү ауырлаша башланы. Көнө буйы компьютер алдында ултырып булмай бит инде, етмәһә бала бәләкәй... Компьютерымды тоҡандырыуым була, утыҙлаған, ҡырҡлаған хәбәр. Тора бара иғлан биреүҙе түләүле иттем. Кем күпме күсерә ала – шулай: йә 50, йә 100 һум... Шул саҡта ҡыҙҙар түгел, егеттәр ябырылды. Йәнәһе, мин бушты бушҡа ауҙарып, анһат аҡса эшләп ултырам. Аптырарһың! “100 һумың йәл булғас ни, димсенән кәләш таптырма”, - тип әйтке килде инде. Тик өндәшмәнем, төркөмдө юйып ташлап, башҡа димселек менән булышманым. Әммә шул ҡыҫҡа арала (ярты йыл тирәһе) 4-5 пар табышты, никахҡа инде.

Әле интернет селтәрендә димселәр күбәйҙе. Уларҙы аңлайым. Еңел эш түгел. Эйе, ҡайһы берәүҙәре кемдең йәше кемгә тура килә - шуларға иғлан биреүсенең телефон һанын, йә “Бәйләнештә”ге битләүен биреп тик ултыра. Былай дөрөҫ түгел. Димсе ниндәйҙер кимәлдә психолог та булырға тейеш. Егет менән ҡыҙҙың, ир менән ҡатындың кимәлдәре тура килеүе шарттыр. Мәҫәлән, дини егеткә осоп-төшөп торған, байрам яратҡан ҡыҙҙы нисек димләйһең? Йә иһә ауылда механизатор булып эшләгән егеткә ҡалала офиста ғына ултырған сибәркәй барамы ни? Юҡ, әллә күпме әрләһәгеҙ ҙә ул бармаясаҡ. “Һайланма, һайланып һаҙға батаһың”, - тиһәләр ҙә кеше һайлана, үҙ тиңен эҙләй. Йәшәгәндә лә бит парҙарҙың рухи, мәҙәни, аң кимәле тура килмәһә, улар араһында ыҙғыш сыға.

Эйе, димсе булыу ауыр, кешегә пар табыуы еңел түгел. Сөнки егеттәр башлыса ауылда, ҡыҙҙар ҡалала. Берәүҙәре ауылдан киткеһе килмәй, икенселәре күсергә теләмәй. Ҡайһы саҡ һүҙҙәре берегеп киткәндә лә мөнәсәбәт оҙаҡҡа бармай. Ни өсөнмө? Үҙемдең ярты йыллыҡ димселек тәжрибәмдә лә, тормошта таныштарым һөйләүенән дә күпте ишеттем. Уларҙың һөйләгәненән аноним рәүештә миҫалдар килтерә алам.

 

МӘҪӘЛӘН, бер юғары белемле, фатирлы, машиналы егет сибәркәй таптырып йонсотто. Аҡыллы, юғары белемле, эшләп йөрөгән, тәртипле ҡыҙҙарҙы тәҡдим итеп ҡарайым, береһен дә оҡшатмай. Йә йыуан ти (әллә ни һимеҙ түгел ине, бары тик тулы кәүҙәле ине), йә буйы бәләкәй, йә “мыйығы” бар һымаҡ, йә сәсе ҡыҫҡа. Ә инде ябыҡ, оҙон сәсле һылыуҡайҙы тәҡдим итһәң, оҡшата ла, бер аҙҙан яҙа: “Ул тәмәке тарта икән”, “Уның балаһы бар икән”...  Ә “идеальный”ҙы ҡайҙа алырға? Бәлки, үҙе матур, үҙе аҡыллы ҡыҙҙар барҙыр, әммә улар күптән кейәүҙә. “Һылыулыҡ һыу буйлатмай, бына ошо ҡыҙға өйләнһәң, үкенмәҫһең”,--тип ҡараным, юҡ инде, ишетергә теләмәй.

 

ИКЕНСЕ МИҪАЛ. Бер йәше үтеп барған ҡыҙҙың иғланын бер егет һорап алды. Йәштәштәр. Ҡыҙ – ҡалала, егет ауылда. Ҡыҙ юғары белемле, эшләп йөрөй. Егет һөнәрселек училищеһын бөткән дә, ауыл фермерында эшләп йөрөй. Икеһе лә төҫкә башҡа һылыу ғыналар. Таныштырҙым. Бер аҙҙан хәлдәрен һораным. Ҡыҙ былай тип яҙҙы: “Ул егет тормоз. Ауылдан китергә теләмәй. Бәлки, күсергә күндерермен тип яҙышып ҡараным, булмай. Номерымды белһә лә, шылтыратмай, интернетта смс-хәбәр генә ебәреп тик ултыра. 8 март байрамына сәскә тотоп килер, кафеға саҡырыр тип уйлағайным, башына ла барып етмәне, ауылынан сығырға ла уйламаны. Үҙем шылтыратайыммы инде? Үҙем ауылына барайыммы инде? Кәрәкмәй миңә тормоздар”.

 

ӨСӨНСӨ МИҪАЛ. Бер егет менән бер ҡыҙ танышты, яҙыштылар, шылтыратып һөйләштеләр. Бер мәл ҡыҙ миңә яҙа: “Апай, теге егет мин йәшәгән ҡалаға килде. Буш ҡул менән килгән. Ярай, иғтибар итмәҫ инем, һуҡмыш килгән. Йәнем көйҙө. Шулай ҙа кафеға саҡырғас, инеп ултырҙым. Ҡаршыһына ултырған инем, тырнағының аҫты шул тиклем бысраҡ икәнен күреп, бөтөнләй кәйеф төштө. Короче, колхозник, әрпеш”.

 

Ҡыҫҡаһы, миҫалдарҙы күп килтерә алам. Егеттәр ғәҙәттә: “Ҡыҙҙарға аҡсалы бай егет кәрәк”, - тип мыжый. Ышанып етмәйем. Мин димселек менән шөғөлләнгәндә бер кем дә минән бай егет таптырманы, мәҫәлән. Ә бына АҠСАЛЫ тигәне хаҡтыр. Аҡсалы, тимәк, ул егет эшләп йөрөй. Ә өйҙә ятҡан, ата-әсәһенең елкәһен “кимергән”, ҡыҙға байрам уңайынан гәлләмә лә бүләк итә алмаған егетте кем һөйһөн? Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙе янында аяғында ныҡлы баҫып торған, ғаиләһен ҡарай алған ир-егеттең булыуын теләй. Ҡыҙҙы ҡаратып алыу өсөн аҡса ла түгергә тура килә инде (сама белеп).

Әсәһенән айырыла алмай ятҡан егеттәр ҙә бик күп. Әлбиттә, әсәй - иң изге йән. Әммә балаһының башлы-күҙле булыуын теләгән әсә улын үҙе үк "баҫтырып сығарып" ебәрергә тейештер.

 

Ғөмүмән, димселек өлкәһендә проблемалар күп. Димсе был эшкә тотонған икән, уға ныҡлы сабырлыҡ кәрәк. Әлбиттә, димселәргә ярҙам итеүселәр булһа, бик яҡшы булыр ине.

 

Ә һеҙ буйҙаҡтар, яңғыҙаҡтар мәсьәләһен нисек хәл итергә кәрәк тип уйлайһығыҙ? Фекерҙәр көтәбеҙ. Шулай уҡ үҙегеҙҙең танышыу тарихтарын яҙығыҙ, беҙ аноним рәүештә уларҙы сайтҡа бирә алабыҙ.

ӘЙТКӘНДӘЙ, Сибай ағинәйе Фирҙәүс Әминева димселек менән булыша. Уның телефон һандары: 8-927-356-21-19.

 

Автор:Резеда Валиева