Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
15 Март 2022, 15:25

Шәкәр етерлек

Ҡулланғанға ҡарағанда күберәк етештерәбеҙ: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында шәкәр тирәләй ығы-зығы һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡтар тураһында хәбәр иттеләр. Башҡортостан үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияның төп төрҙәре менән тәьмин ителгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, продукцияның ҡайһы бер төрҙәренә - шәкәргә, ярмаларға хаҡтар ҡапыл күтәрелде.

Шәкәр етерлек
Шәкәр етерлек

Ләкин был ажиотаж һорау менән бәйле, һорау кәмеһә, хаҡ та төшә, тине республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Уның һүҙҙәренсә, складтарҙа шәкәр етерлек, уны күпләп һатып алырға кәрәкмәй.

Башҡортостан һәр ваҡыт үҙенең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итте, тине вице-премьер. Мәҫәлән, республика һөт ризыҡтары менән 130% тәьмин ителгән, ит буйынса Башҡортостан илдә алдынғы урында, ә көнбағыш майын республика ҡулланғанға ҡарағанда 7 тапҡырға күберәк етештерә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәҙер аҙна һайын йәрминкәләр уҙғарыла, унда ҡала халҡы фермер продукцияһын һатып алырға мөмкин.

Автор:Гульдар Кадаева