АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
15 Март 2022, 18:20

Икенсе ылау юлға әҙерләнә

Яҡташтарыбыҙ көн һайын “Берҙәм Рәсәй” партияһы базаһында ойошторолған гуманитар ярҙам йыйыу пункттарына тормош өсөн кәрәк-яраҡ алып килә. Нигеҙҙә сәй, шәкәр, он, печенье, ярмалар, бал, консервалар, кофе, кеҫәл, балалар аҙығы, макарон изделиелары килтерелә. Шулай уҡ гигиена саралары, таҫтамал, кейем-һалым, көнкүреш техникаһы, һауыт-һаба ла бар. Балалар өсөн әйберҙәрҙе күпләп килтерәләр: дәфтәр, альбом, ҡәләм, ручка, китап, мәктәп кәрәк-яраҡтары, подгузниктар

Икенсе ылау юлға әҙерләнә
Икенсе ылау юлға әҙерләнә

Бөтә республика буйынса 1730 кеше гуманитар ярҙам йыйыуға йәлеп ителгән. Ирекмәндәр тупланған әйберҙәрҙе төрҙәргә айырып, ҡаптарға тултыра. “Ҡабул итеү пунктына машиналар менән киләләр, ирекмәндәр әйберҙәрҙе бушатырға ярҙам итә. Халыҡ ҙур шешәләрҙә һыу килтерә, консервалар, кер йыуыу, теш таҙартыу, шәхси гигиена средстволары ташый. Ирекмәндәр барыһын да сорттарға айырырға ярҙам итә”, – ти Сибай ҡалаһындағы “Беҙҙең хәстәр” штабы етәксеһе Лена Мөхәмәтова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Донецк һәм Луганск республикалары халҡына 75 тонна гуманитар ярҙам оҙатылды. Унда республиканың бөтә ҡала-райондары халҡы ҡатнашты. Гуманитар ярҙам Йәмәғәт ярҙамы штабында Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17-се йорт адресы буйынса ҡабул ителә. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы бөтә 63 бүлексәһенә килтерергә мөмкин.

Эш режимы:

Дүшәмбе – йома 9.00 – 21.00 сәғәттәрҙә,

шәмбе – йәкшәмбе 9.00 – 18.00 сәғәттәрҙә.

Йәмәғәт ярҙамы штабының берҙәм колл-үҙәге – 8-347-218-19-19.

8.00 - 20.00 сәғәттәрҙә шылтыратығыҙ.

Фото: Йәмәғәт ярҙамы штабы.

Автор:Гульдар Кадаева