Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
16 Февраль 2022, 11:05

ҠАЙҘА УЛАР?

Сәлимә лә юҡ, Айгөл дә, Зөһрә лә... Ҡайҙа улар?

ҠАЙҘА УЛАР?
ҠАЙҘА УЛАР?

Элекке коллегам, ҡәләмдәшем, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова социаль селтәрҙәге битләүенә: Ҡобора тигән инәй тураһында һөйләһәм, ҡыҙым көлә: “Русса нисек әйткәндәр исемен? Кобра, тип, что ли? – ти.
Боронғо инәйҙәрҙең үҙҙәре менән бергә исемдәре лә юғала бара. Бөгөн Шәмсеҡәмәр, Хәжәр, Бәҙеғөлъямал, Аҫылбикә, Гөлйыһан, Һауа, Ҡобора, Ғилмияза, Емешбикә, Маһисәрүәр кеүек исемдәрҙе балаларға ҡушмайҙар. Ә шул аҫыл исемдәр менән бергә тотош бер дәүер тарихы юҡҡа сыға һымаҡ”,--тигән яҙма ҡалдырҙы.

 

Коллегамдан айырмалы рәүештә мин бөгөн был исемдәрҙе ҡушыусылар булмауына һис аптырамайым. Әммә Ләйсән, Зөһрә, Ғәлиә, Айгөл, Сәлимә, Илүзә, Әлфиә, Гөлфиә, Миләүшә, Гөлдәр, Шәүрә, Нурия, Зөлхизә, Гөлсәсәк, Айһылыу, Фәриҙә кеүек матур-матур яңғырашлы исемдәрҙең бөгөн ҡушылмауына, улар урынына Агдалия, Амалия, Раянна, Индира, Розанна һымаҡ милләтебеҙ өсөн ят исемдәрҙең таралыуына аптырайым. Малайҙарға ла хәҙер Салауат, Азамат, Булат, Әнүәр, Ғәлимйән, Заһир, Ғәҙел, Ильяс тип ҡуша һалмайҙар… Ике исемде ялғап, йә сит милләттән алып ниндәйҙер исем булдыралар.

 

Ә һеҙ балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә саф башҡорт исеме ҡушаһығыҙмы? Һәм, һуңғы ваҡытта, һеҙҙе аптыратҡан исем ниндәй ине?

Автор:Резеда Валиева