Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
15 Февраль 2022, 20:25

КРЕДИТҠА ИР АЛҒАЙНЫМ...

Туй бик матур үтте! Мул табын, зауыҡ менән биҙәлгән зал, тамадаларҙың иң шәбе!

КРЕДИТҠА ИР АЛҒАЙНЫМ...
КРЕДИТҠА ИР АЛҒАЙНЫМ...

Әлиә тигән ҡыҙҙың уйынлы-ысынлы һөйләүенән:

“Ул көндө мин иң бәхетле кеше инем! 27-се йәшем менән барғанда, ниһайәт, кейәүгә сығырға тәҡдим алдым. Был йәшкә етеп әсәйҙәрҙән туй үткәртеп булмай бит инде. Барҙым да кредит юлланым. Минең-- бәхетле кешенең туйы бик зауыҡлы үтергә тейеш! Ни тиһәң дә ғүмерҙә бер килә торған байрам бит ул!

Туй бик матур үтте! Мул табын, зауыҡ менән биҙәлгән зал, тамадаларҙың иң шәбе!

Йәшәй башлағас, кемгә сығыуымды аңланым. Ә быға тиклем мөхәббәттән илереп, һуҡыр булғанмын икән.  Иҫерек ҡайтыуҙары, ҡыҙғаныуҙары, туғандарҙы һинеке-минекенә бүлеүе, аҡса өсөн янъял сығарыуы, өйҙә сөй ҡатырға ла теләмәүе... Бындай ир менән йәшәп булмаҫын белдем дә айырылыу яғын ҡараным. Бәхетем ике йылға ла етмәне. Ә кредит ҡалды...

Кредитҡа “ир” алыуымды иҫләтеп, йәнә өс йыл түләргә тура килде... Кредитҡа алыуын алғас, уның яраҡлылыҡ ваҡытын ҡарап алыр кәрәк икән ул...”

 

Әлиәнең уйын-ысынлы һөйләүендә бөгөнгө заман проблемаһы ярылып ята. Ысынлап та, кредитка йәшәйбеҙ, кредитка ашайбыҙ, кредитка мәжлес үткәрәбеҙ... Башҡаһы ярай ҙа, бурыслы үлмәй, тигәндәй, һаулыҡ булһа түләрбеҙ... Тик туйҙы кредитҡа үткәреүен үткәргәс, ысынлап килен менән кейәүҙең яраҡлылыҡ ваҡыты мәңгелек булһа икән ул...

Автор:Резеда Валиева