Көнүҙәк мәсьәлә
6 Декабря 2021, 06:10

Шулай ҙа була икән

Тирә-яҡты гөрләткән ҡаҙ өмәләре тамамланып та килә шикелле. Ә һеҙҙең ҡаҙ түшкәләре османымы әле? Бына Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылынан ҡаҙ һәм өйрәк түшкәләре “осоп” киткән.

Шулай ҙа була икәнШулай ҙа була икән
Шулай ҙа була икән

Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылында йәшәүсе ҡатын туңдырғыстан 2 ҡаҙ һәм 18 өйрәк түшкәләренең юғалыуы тураһында ғариза яҙған. Асыҡланыуынса, ҡатындың 23 йәшлек ҡыҙы ялға ҡайтып, әҙер түшкәләрҙе тейәп алып киткән. Ике ҡаҙҙы таксистҡа юл хаҡы өсөн тотторған да, ҡалғандарын Салауат ҡалаһы урамдары буйлап йөрөп һатып бөткән.

23 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған. Әлегә тикшереү эштәре алып барыла.

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас