АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
30 Ноябрь 2021, 13:00

Ялтыр боҙға ышанма

Көҙҙөң һуңғы айы ахырына еткән мәлдә балыҡҡа йөрөү хәүефле. Боҙ ныҡлап туңмаған һыу ятҡылыҡтарында фажиғәле хәлдәр булмаһын өсөн республиканың авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең Сибай төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды даими рәүештә рейдтар уҙғара.  

Ялтыр боҙға ышанма
Ялтыр боҙға ышанма

Балыҡ тоторға яратыусыларға һыуыҡ тигән төшөнсә ят. Улар йәйен дә, ҡышын да яратҡан шөғөлөнә хыянат итмәй. Шуға ҡаланың эҙләү-ҡотҡарыу отряды боҙ өҫтөндә балыҡ тотоусыларҙы күҙәтеү аҫтында тота. Ҡотҡарыусылар махсус кейемдәрен кейеп, ҡоролмаларын алып йылға, күлдәрҙең уртаһына ҡәҙәр барып етеп боҙ япмаһын тикшерә, балыҡсылар менән әңгәмәләшә.

Боҙҙоң ҡалынлығы кеше ауырлығын күтәрерле кимәлдә туңған. Шулай ҙы уның төрлө ерҙә төрлөсә булыуын иҫтән сығарырға ярамай.Һауа торошо ла тотороҡло түгел, көндөҙ йылы булһа, төндә һыуыта. Ҡотҡарыусылар балыҡсыларҙың һәр ҡайһыһына боҙ өҫтөндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү иҫкәрмәләре таратты. Рейд барышында 15 кешегә инструкция бирелде. Отряд хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ техника менән боҙ өҫтөндә әлегә йөрөүҙе ҡәтғи тыйҙы.
--Бындай рейдтарҙы беҙ бик йыш ойошторабыҙ. Боҙҙоң туңыу кимәлен даими тикшерәбеҙ. Балыҡсыларға һәм тәбиғәттә ял итергә яратыусыларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртеп торабыҙ. Ҡышҡы боҙ битарафлыҡты ғәфү итмәй. Һыу өҫтөндә һаҡ булырға саҡырам, -- ти республиканың авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең Сибай төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды начальнигы урынбаҫары Даян Ғүмәров.

 

Ҡыш көнө балыҡ тотоусылар хәүефһеҙлек сараларын мотлаҡ үтәргә тейеш. Өҫтәрендә йылы кейемдән тыш, ҡотҡарыу жилеттары ла булыу зарур. Бәлә-ҡаза була ҡалһа, ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе арыуыҡ ваҡыт үтеүен иҫтән сығарырға ярамай. Боҙ емерелеп һалҡын һыуға төшөп китһәң, минут түгел, һәр секунд ҡәҙерле. Шуға ла боҙ өҫтөндә бик һаҡ булырға кәрәк.

Автор:Гульдар Кадаева