АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
25 Ноябрь 2021, 18:00

Үҙйөрөшлө техникаң төҙөкмө?

Үҙ йөрөшлө транспортҡа бәйле авария хәлдәрен кәметеү, киҫәтеү маҡсатында Сибай дәүләт техника күҙәтеүе инспекцияһы “Хәүефһеҙлек аҙнаһы” профилактик сараһы уҙғара. Операция барышында етешһеҙлектәрҙе асыҡлау буйынса төрлө рейтдар уҙғарыла, тикшереүҙәр ойошторола.  

Үҙйөрөшлө техникаң төҙөкмө?
Үҙйөрөшлө техникаң төҙөкмө?

15 ноябрҙән 30 ноябргә ҡәҙәр ҡалала һәм ҡала яны ҡасабаларында дәүләт техника күҙәтеүе инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре рейдтарға сыға. Был осорҙа трактор, юл-төҙөлөш машиналары, уларҙың тағылмалары айырым күҙәтеү аҫтында тотола. Шулай уҡ инспекция хеҙмәткәрҙәре техник тикшерелеү үтеү, ОСАГО полисы, тракторист-машинист водитель танытмаһы булыу булмауҙы ла асыҡлай.

--Рейд барышында техниканың төҙөк түгеллеге асыҡланһа, уларҙы инспекцияның штраф туҡталышына алып китәбеҙ. Унан тракторҙың боҙоҡ урындары ремонтланғас ҡына техниканы алып сығырға мөмкин. Юлдарҙа боҙоҡ техниканың йөрөүе кеше ғүмерҙәре өсөн бик хәүефле. Юл фажиғәләре лә күпселек осраҡта техниканың төҙөк булмауы арҡаһында теркәлә, -- ти Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Сибай ҡалаһы буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор Мирзат Үзбәков.

Фото Сибай телевидениеһы төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева