Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
9 Ноябрь 2021, 14:35

Һанаулы ғына көндәр ҡалды

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙә башланғайны. Баштан уҡ был сара онлайн рәүештә 8 ноябргә ҡәҙәр генә барасаҡ тип иғлан ителгәйне. Коронавирус пандемияһына бәйле сикләүҙәр индерелгәс, власть вәкилдәре уның барышын тағы 6 көнгә оҙайтты. Шулай итеп, иҫәп алыуҙа һаман ҡатнашмаусылар Дәүләт хеҙмәттәре порталы, өйөгөҙгә килеүсе иҫәп алыусы аша ла, шулай уҡ үҙаллы күп функциялы үҙәккә барып та һорауҙарға яуап бирә ала.

Һанаулы ғына көндәр ҡалды
Һанаулы ғына көндәр ҡалды

Илебеҙҙә онлайн-рәүештә  Халыҡ иҫәбен алыу ваҡыты 14 ноябргә ҡәҙәр оҙайтылды. Шулай уҡ был мөһим кампанияла «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша ла һәр кем үҙенә уңайлы ваҡытта һорауҙарға яуап бирә ала. Иҫәп алыусылар торлаҡтар буйлап йөрөүҙәрен дауам итә.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙә башланғайны. Баштан уҡ был сара онлайн рәүештә 8 ноябргә ҡәҙәр генә барасаҡ тип иғлан ителгәйне. Коронавирус пандемияһына бәйле сикләүҙәр индерелгәс, власть вәкилдәре уның барышын тағы 6 көнгә оҙайтты. Шулай итеп, иҫәп алыуҙа һаман ҡатнашмаусылар Дәүләт хеҙмәттәре порталы, өйөгөҙгә килеүсе иҫәп алыусы аша ла, шулай уҡ үҙаллы күп функциялы үҙәккә барып та һорауҙарға яуап бирә ала.

--Алтын ҡасабаһын урап сыҡтым тиерлек. Әле мин йөрөгәндә өйҙәрендә булмаусыларҙы яҙыу менән булышам. Кешеләр беҙҙе көтөп тора, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ һорауҙарға яуап бирә,-- ти иҫәп алыусы Миңзиә Баймөхәмәтова.
Башҡортостанда 4 миллиондан ашыу кеше халыҡ иҫәбен алыу буйынса үҙ бурысын үтәгән. Яңыса форматта ойошторолған сараның ваҡыты оҙайтылыу унда ҡатнашыусылар исемлеген тағы ла күбәйтеренә шик юҡ.

 

Автор:Гульдар Кадаева