АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
30 Октябрь 2021, 09:49

Переписчиктар

            Һеҙгә лә переписчиктар килер, ағай-эне, уларҙы йылмайып, яҡты йөҙ менән ҡаршы алығыҙ, аҡ юл теләп матурлап оҙатып ҡалығыҙ, уларҙың эш һөҙөмтәһе, хәүефһеҙлеге һәммәбеҙ ҡарамағында.

Переписчиктар
Переписчиктар

                                                                           Переписчиктар

 

       Кисҡырын  эштән ҡайтып килә инем, үҫмерлек йәшендәге ике ҡыҙ баланы подъезы-быҙ ауыҙында тап иттем. Ауыл ғәҙәтенә ярашлы һаулыҡ һорашҡайнылар, тегеләрҙең сә-ләмдәрен ҡабул итеп баш һелккәндән һуң ишекте асып, үтегеҙ әйҙә, тигәндәй, инеү яғына ҡарай ымланым. Ҡыҙҙарҙың өлкәнерәге ҡыйыуһыҙ ғына һорай һалды:

       - Ошонда йәшәйһегеҙме, ағай?

       - Ишек асҡысым булғас ошондалыр.

       - Һеҙгә инергә яраймы?

Әле генә иғтибар иттем, баҡтиһәң ҡыҙҙың өҫтөндә халыҡ иҫәбен алыу эмблемаһы

төшөрөлгән махсус алъяпҡыс икән дә баһа.

       - Ихтибарһыҙлығым өсөн ғәфү итегеҙ, олоғайыу бәләһе, рәхим итә күрегеҙ!

       Ҡыҙҙарҙы алдан үткәреп баҫҡыстар буйлап юғарыға күтәрелдек. Күҙаллауымса өлкән ҡыҙ институттың беренсе курсында уҡып йөрөйҙөр, шунан да ары түгел, кесеһе мо-ғайын да туғыҙынсы кластан һуң берәй колледжға кергәндер. Оҡшашлыҡтарына ҡараға-нда был икәү апалы-һеңлелегә тартҡандар, кейгән кейемдәренә, үҙҙәрен үтә тыйнаҡ тот-оуҙарына ҡарағанда ҡаланыҡыларға шыпа ла ғына оҡшамағандар.

       Фатирыбыҙға индек. Ҡыҙҙарҙың кесеһе үткелектән ары ынтылмай ҡатыным тәҡ-дим иткән ултырғыста суҡайҙы.

             Кемуҙарҙан ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә ашыҡтыҡ:

       - Әйҙәгеҙ, бергәләп залға үтәйек...

       - Тартынма улай, өйөңдәге һымаҡ бул...

       Был ҡырҡа баш тартты:

       - Юҡ, мин ошонда ғына ултырып көтәм.

       - Нишләп, бер үк йомош артынан килгәнһегеҙ түгелме?

       - Ярамай, мин – телохранитель! 

       - Һинең һымаҡтарҙы күреп ҡалһалар тәртип боҙоусылар, енәйәтселәр әллә ҡайҙан өркөп ҡасаларҙыр әле! – тинем мәрәкәләп.

       Кәпәс менән һуҡһаң йығылып китергә әҙер ҡаҡса буйлы сибек кенә бала нескә шаяртыуымды ҡабул итмәне шикелле, шикләнеп миңә һирпелеп алғас, берҙән-бер ҡоралы – кеҫә телефонын ҡулына алып, ул-был хәл була ҡалһа кисекмәҫтән шылтыратырға йыйынып тынып ҡалды.

            Төпкә үтеп диванға ҡулайлап ултырҙыҡ. Переписчик ҡыҙ планшетын тоҡандырҙы.

       - Башта танышайыҡ, һылыуым, беҙ - башҡорт.

       - Һеҙҙе таныйбыҙ.

       - Улайһа, бигерәк һәйбәт, шуға милләтебеҙгә ҡағылған мәғлүмәттәрҙе графаларға хатаһыҙ ғына итеп тултыр инде, йәме?

       - Беҙҙе өйрәттеләр, уҡыттылар.

       - Тәрән белемле кеше менән аралашыу үҙе бер ғүмер!

            Анкетаға ярашлы һорауҙар бирелеп кәрәкле һандар, һүҙҙәр тәғәйен урындарға ҡу-йылған арала уйҙарыма бирел-дем: “Нисек тә килем табайым, тип хәстәрләйһегеҙҙер инде, йәштәргә аҡса тигәнең йоға һалып бармай, уларҙың ҡорһағы һәр саҡ ас, ә мин үҙем студент тормошонан тыш һалдат бутҡаһын ғарҡ булғансы ашап, күтән һурпаһын бүккәнсе һемерел-де...”

            Уҡып йөрөлә. Ай һайын ауылдан ебәрелгән наҡыҫ ҡына аҡса оҙаҡҡа сыҙамай. Шуға өҫтәмә ярҙам табыуҙың яйын яй-лап алдым, шәмбе көн етһә кис, уҡыуҙарҙан һуң, вокзалға тауар бушатырға барам. Ҡайһы саҡ, фарты ҡотло шартына тап килгәндә сағыштырмаса еңел кәсеп эләгә, сираттағыһында хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, тимер юл буйлап ҡайҙандыр бер вагон он килтергәндәр. Илле килолыҡ тоҡтарҙы ярылған утындарҙы һалғандай итеп рәттәргә теҙгәндәр. Шуларҙы тиҙ арала бушатып эргәләге келәткә ташырға ҡуштыл-ар. Ошо эш өсөн һуңынан касса аша, ҡултамға ҡуйҙырып һәр беребеҙгә унышар һум бирергә вәғәҙәләнеләр. Беҙҙең өсөн ул ҙур табыш. Сөнки ул саҡтағы айлыҡ степендия теүәл утыҙ һум ине, ә уны ҡыҫып, һаҡлап, тартып-һуҙып, ошо тапҡаныңа ҡушып тотонһаң ай аҙағына саҡлы еткерергә мөмкин. Дүрт егет онға төшкән тараҡан-дай аҡҡа буялып-батып эшкә керештек. Ике сәғәттән һуң бышлыға төштөм; быуындар ҡалтырай, арҡа умыртҡаһы буйлап тү-бәнгә ҡарай тир шыбырҙап һарҡа. Асылмаҫ өсөн төшкәндер асмандан, ҡайһылай ҙа һыу буйылай оҙон икән дә баһа был шы-ҡһыҙ төн тигәнең, ә аҡ ҡаялай өйөм бушамай, киреһенсә ундағы йөк өҫтәлгәндән өҫтәлә бара төҫлө. “Түҙ йөрәгем, түҙ, бер килеп ҡояш та сығыр әле, вагон эсе лә буш мискәләй шаңғырап бушап ҡалыр...

            Сержант мәктәбенә яңы ғына килгән инек, шул уҡ көндө кис беҙҙең взводты теҙеп ашхана янындағы майҙансыҡҡа алып килделәр ҙә һәр беребеҙҙең ҡулына үтмәҫ бысаҡ тотторҙолар. Был ғилләнең ни сәбәптән икәнлеген аңғарып өлгөргән-се алдыбыҙға самосвал бер машина картуф та килтереп ауҙарҙы. Тотош мәктәпкә тәғәйенләнгән ошо  йәшелсәне таң атҡан-сы әрсеп, таҙартып ҡуйырға бурыслыбыҙ икән. Өшөгән ҡаҙ бәпкәләреләй бер-беребеҙгә һырлығып, һыйынышып ултырып эшкә тотондоҡ. Взводтың ҡап яртыһы тиерлек Башҡортостандан килгән егеттәр. Шаян Сәмиев ыңғайы бер йырын һуҙып ебәрҙе:

                                                              Ваҡ-ваҡ ҡына турап,

                                                              Йәш килендәр,

                                                              Табаларҙа һине бейетә.

                                                              Ҡайнар бутҡаң ашап,

                                                              Эшсән ирҙәр,

                                                              Тәндәренә йылы йүгертә.

 

                                                              Йоҙроҡ дәүмәле,

                                                              Йомро кәүҙәле,

                                                              Эх, тәмле шул,

                                                              Бигерәк тәмле бәрәңге...                                                               

            Көлкөбөҙ тиҙ яңырҙы, бер төрлө шөғөл тиҙ ялҡытты. Шунда ғына белдем, иң ауыр эш - тоҡ ташыу түгел, ә таң һыҙы-лғансы картуф әрсеү икән: күҙҙәр йомолоп бара, бысаҡ йөҙө ҡырған бармаҡтар ауырттырып дыулай. Шөкөр, ҡушылғанды иртәнге биштәргә ослап ҡуйғайныҡ, казармаға инеп ятып та өлгөрмәнек тревога сигналы һуйырға алып барған ата сусҡалай хәтәр олорға ла тотондо. Хәрби талаптарға ярашлы тулы әҙерлектә йыйын-ып плацҡа теҙелдек: иңдә автомат, билдә пат-рондар тултырылған ике магазин, ике РГД гранаты, ҡынлы бысаҡ, арт яҡтан сапер көрәге осаны ышҡый, яурын аша скат-ка, противогаз һалынған. Был хәйерһеҙ ауырлыҡты йүгереп түгел, көскә атлап ҡына йөрөтөргә мөмкин. Бойороҡ яңғыраны: “ Сегодня боевой кросс на десять километров!” Бар көскә йүгереп, шунан юрғалап, ары шыуышып, аҙаҡтан утлы сымдар, һыу ҡаршылығын үтеп юлды яртылағайныҡ ҡына, репродуктор аша сираттағы команда яңғыраны: “Газовая атака!” Былай ҙа әс-еттереп быуылған тынды противогаз менән томалағайным, үҙемде йәһәннәм төбөнә осоп төшкәндәй хис иттем. “Иркенләп тауар бушатыу, саф һауала ултырып картуф әрсеү нимә генә, иң ауыры - йән сығып барғанда йөҙөңә противогаз ҡаплау икән... Ҡасан ғына финишҡа етербеҙ икән, ҡасан ғына?!.”

             Был тормошта эшләмәгән эшем ҡалманы тиерлек, хәҙер шуны аныҡлап әйтә алам - тотоноп ҡарамаған ғына еңел, белмәгәндең, теләмәгәндең генә беләге тыныс.

            Бына был балалар ҙа пандемия осоронда йөҙҙәрен битлек менән ҡаплап, фатирҙарҙы теүәлләп, ят кешеләрҙең иш-ектәрен ҡағып, кәрәкле, мөһим эш башҡарып йөрөйҙәр. Һиҙәм, үҙҙәрен бына ошолайтып ҡайғыртмаһалар, ҡурсаламаһалар, яҡлаусыһыҙ- һаҡлаусыһыҙ уларға ла еңелдән түгел.       

       - Һеҙҙең менән күңелле! - тине переписчик ҡыҙ эшен тамамлағас. - Беренсе подъездағы фатирҙа эскеселәр йәшәй икән, ныҡ ҡурҡтыҡ!

Ҡылт итеп уйыма Ҡаҙанда, Пермь, Гай ҡалаларында булған фажиғә иҫкә төштө. Тертләп киттем, ары ни эшләргә, ҡыҙҙарҙы нисек итеп йыуатырға белмәгәнлектән ағарған сәстәремде ыуҙым да тегеләрҙе дәртләндерергә ашыҡтым:

       - Ә һеҙ ҡыйыу булығыҙ, ҡыйыуҙарҙан хәүеф үҙе үк ҡурҡып ҡаса! Тотонғанығыҙ уңышлы тамамланһын, алда ла һеҙҙе әллә күпме мәшәҡәттәр көтә әле. Һуңғы теләк, гел алға ынтылығыҙ. әммә һис ҡасан финиш һыҙығына етергә ашыҡмағыҙ!

       - Ниндәй финиш ул, ағай? - тип һораны переписчик ҡыҙ.

       - Әле уны белергә һеҙгә иртәрәк, минең йәшкә етегеҙ башта...

        Ишек төбөнә килгәс ҡатыным ҡыҙҙарҙың ҡулдарына алмалар тотторҙо ла улай-былай йүгермәләп хәбәрен һалды:

       -Ипләп кенә йөрөгөҙ инде берүк! Эңер төштө, бар, ҡайтығыҙ, эш һис ҡасан бөтмәй, иртәгә дауам итерһегеҙ!

            Ә мин күңелемдән теләнем: “Бәйелһеҙ, бәйһеҙ, ҡырағай заманда йәшәйбеҙ, ҡаза тигән төшөнсә һеҙҙе урап, ситләтеп үтһен, имен-аман ғына була күрегеҙ!.. Ҡыҙ баланы ҡыҙғанам, балалар...”

            Һеҙгә лә переписчиктар килер, ағай-эне, уларҙы йылмайып, яҡты йөҙ менән ҡаршы алығыҙ, аҡ юл теләп матурлап оҙатып ҡалығыҙ, уларҙың эш һөҙөмтәһе, хәүефһеҙлеге һәммәбеҙ ҡарамағында.

Автор:Хайдар Тапаков