Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
28 Октябрь 2021, 16:45

Тауыш бирәйек

Дәүләт хеҙмәттәре порталында 2022 йылда республика буйынса кәрәҙле элемтә булмаған ауылдарҙа “Цифрлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә тиҙлекле интернет үткәреү буйынса 15 ноябргә ҡәҙәр тауыш йыйыла (https://www.gosuslugi.ru/inet). Исемлеккә Йылайыр районынан Исҡужа, Дмитиевка, Новоалександровка, Һабыр, Йомағужа ауылдары ингән. Яҡташтарыбыҙға тауыш йыйырға ярҙам итәйек.

Тауыш бирәйек
Тауыш бирәйек

--Дәүләт хеҙмәттәре порталында 2022 йылда республика буйынса кәрәҙле элемтә булмаған ауылдарҙа тиҙлекле интернет бәйләнеше үткәреү буйынса тауыш йыйыла.
Тауыш биреү өсөн порталда махсус формаһы асыҡ ( https://www.gosuslugi.ru/inet).
Бында 100-ҙән алып 500- гә тиклем кеше һаны булған бәләкәй ауылдар ҡатнаша. Был исемлеккә беҙҙең Йылайыр районынан Исҡужа, Дмитиевка, Новоалександровка, Һабыр, Йомағужа ауылдары инде. Тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн һеҙгә тик дәүләт хеҙмәте порталында теркәлеүегеҙҙе раҫлаған иҫәп яҙмаһы һәм республика территорияһында даими теркәлгән булыуығыҙ кәрәк.
Төрлө сәбәп буйынса электрон тауыш биреү мөмкинселеге булмағандар, хат аша үҙ тауышын бирә ала. Уның өсөн һеҙ Рәсәй почтаһы аша РФ һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялары министрлығына 123112, Мәскәү, Пресня яр буйы, 10-сы йорт, 2-се бина (123112, г.Москва, Пресненская набережная, д.10,стр.2 )адресы буйынса ғаризағыҙҙы ебәрә алаһығыҙ. Ғаризала исем шәрифегеҙ, теркәлгән даими йәшәү урыны һәм ниндәй ауыл өсөн тауыш биреүегеҙ күрһәтелергә тейеш. Тауыш биреү 15 ноябрға тиклем дауам итә.
Республика буйынса бары 130 урын бирелә. Шуға күрә, ситтә тороп ҡалмайыҡ, дуҫтар, яҡташтарыбыҙға тауыш йыйыуҙа ярҙам итәйек,-- тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.

Автор:Гульдар Кадаева