Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
18 Сентябрь 2021, 21:00

Өләсәйем

Иҫемә килгәндә балконда ята инем. Өшөгәнмен. Ҡалтыранған ҡулдарым менән шул тиклем һыҙлаған башымды тотоп байтаҡ яттым, унан һуң саҡ хәлемде йыйып балкон ишеген эттем. Өләсәйем иҫе лә китмәй телевизор ҡарап ултыра ине. Мине күргәс, ҡаушап төштө. “Үлмәгәнһең икән, һеҙҙең кеүектәр оҙаҡ йәшәй шул” –тип екеренә башланы.

Өләсәйем
Өләсәйем

Уның шулай яңғыҙы үлеп, еҫләнеп ятырын берәү ҙә уйламағаныр. Заманында ғорур баҫып, башын гелән текә күтәреп йөрөгән, күрше-тирәһенән һәр ваҡыт үҙен өҫтөн күргән ҡатын ине бит ул. Үҙенә бойһондорорға теләүен күтәрә алмай заманында олатайым унан айырылып, икенсе фатир алып күсеп сыҡҡан. Был хәлде лә берәү ҙә белмәҫ ине, күршеләре олатайым йәшәгән йортҡа күсеп йәшәй башлағас аңлағандар. Ә өләсәйем эстән янып –көйһә лә үҙенең ҡайғырыуын йөҙөнә сығармаған.

Уның үлемендә үҙемде ғәйепле тип һанайым. Эсемә һыймаған серемде уңайһыҙ булһа ла һөйләйем әле. Өләсәйем менән олатайым ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Мин улдарының ҡыҙы булам. Атайымдың һеңлеһе бар, уларҙың да ғаиләһендә бер ҡыҙ үҫә. Әсәйем ауырға ҡалып кейәүгә сыҡҡан. Шуғалыр ҙа өләсәйем мине бөтөнләй яратманы. Ә Әсмә апайҙың ҡыҙы Алинаны алтын-көмөшкә генә күмеп үҫтерҙеләр. Беҙ өләсәйгә һирәк барҙыҡ, айына бер, тик хәл белергә генә. Ишек төбөндә баҫып ҡына һөйләшәбеҙ ҙә... шул. Әсмә апай ғаиләһе менән килгән ваҡытҡа эләкһәк, һирәк булһа ла сәй эсеп ҡайта торғайныҡ. Бер аҙ үҫә төшкәс, өләсәйҙән хәбәр еткеләй башланы. Имеш беҙ ярҙам итергә килмәйбеҙ. Әсәйем менән кәңәшләштек тә, ял һайын уның өйөн йыйыштырырға барырға булдым. Бәлки миңә ҡарай бер аҙ яҙылыр, тип уйлай инем. Мин барғанда өләсәй теләр-теләмәҫ кенә индерҙе. Ярҙам итергә килгәнемде белгәс, аш-бүлмәһендә һауыт-һаба йыуырға ҡушты. Ипләп кенә бүлмәне ялтлатып йыйыштырып ҡуйҙым. Өләсәй өҫтәл артына ултырып минән күҙен дә алманы, әрләне, ҡарғаны. “Эшкинмәгәнһең икән, әсәйеңә оҡшап бер эш белмәйһең, йәшәй бирәһегеҙ бит әле. Уҡыуың да юҡтыр инде. Ана, Әсмәнең ҡыҙы ҡайҙа ғына бармай, ҡайҙа ғына ҡатнашмай. Алтыныбыҙ, уҡыуын да тик яҡшы билдәләргә тамамлап килә. Алла бирһә, ҙур кеше булыр. Ә һин аҡса һорап килгәнһең инде, буштан буш килеп йөрөмәҫ инең. Йә, бар тиҙерәк ҡуҙғал, хәбәр тыңларға тиһәң һине ҡуш,” –тип башҡа бүлмәләрҙең иҙәнен йыуырға ҡушты. Үҙе һаман да артымдан эйәреп, күҙәтеп, тикшереп йөрөнө. Ҡайтырға йыйына башлағас: “Икенсе аҙнала килеп тәҙрәләрҙе йыуырһың, бәлки аҡса бирермен”-тип әйтеп ҡуйҙы.

“Кил”, тигәс, эсемә йылылыҡ йүгерҙе. “Өләсәй, миңә һинән аҡса кәрәкмәй, беҙ бит һинең балаларың, ярҙам итергә тейешбеҙ”,-тинем дә күңелем булып ҡайтыу яғына йүгерҙем. Атайым менән әсәйемә, әлбиттә, өләсәйҙең һөйләнгәндәрен әйтмәнем.

Икенсе аҙнала барғанда өләсәйҙең кәйефе шәп ине. Биҙрәләргә һыу һалып алдым да зал бүлмәһендә тәҙрә йыуырға керештем. Бер юлы шкафтарҙың да быялаларын һөртөп китәйем тип шкаф ишеген асһам...бер өйөм китап килеп төштө, уларҙың эсенә йыйылған аҡсалар иҙәнгә һибелде.  Ҡурҡышымдан, тиҙ генә уларҙы йыя башланым, быны күргән өләсәй: “Аҡса урларға килгәнеңде белдем хәҙер”,-тип  ҡысҡырып ебәрҙе лә башым ҡаты ғына нәмә менән тондорҙо. Иҫемә килгәндә балконда ята инем. Өшөгәнмен. Ҡалтыранған ҡулдарым менән шул тиклем һыҙлаған башымды тотоп байтаҡ яттым, унан һуң саҡ хәлемде йыйып балкон ишеген эттем. Өләсәйем иҫе лә китмәй телевизор ҡарап ултыра ине. Мине күргәс, ҡаушап төштө. “Үлмәгәнһең икән, һеҙҙең кеүектәр оҙаҡ йәшәй шул” –тип екеренә башланы. Әйберҙәремде алып кейенеп тә тормай фатирҙан сығыу яғын ҡараным. Өйгә ҡайтып еткәндә ҡараңғы төшкәйне инде. Әсәйемә урамда тайып ҡоланым тип аңлаттым. Унан һуң ике аҙна дауаханала ятып сыҡтым.

Башҡаса өләсәйемә барманым, ҡурҡҡанға түгел, аҡса урларға килгәнһең тигәнгә уңайһыҙланып. Мәктәпте тамамлап университетҡа иҡтисад бүлегенә уҡырға индем. Әсмә апайҙың ҡыҙы бер юғары уҡыу йортона ла инә алманы. Өләсәйҙең фатирын һатып түләүлегә урынлаштырҙылар. Өләсәй ҡалған аҡсаһын насар ғына фатир алып, ҡала ситенә күсеп китте. Иих, шунда уны йәлләүем. Хатта, Алинаны күргәндә: ”Нишләп өләсәйҙе үҙегеҙгә алманығыҙ, һеҙҙең йорт ҙур бит, -тигәс , ул иҫе китмәй генә: “Тебе она нужна? Вот и забирай. Минең унан башҡа ла баш ҡатҡан. Әсәйҙәр миңә фатир алып йөрөй, мин түләүлелә уҡыйым, аҡса етмәй. Еще шул мыжыҡты ҡарарға,”-тип эре генә сирттерҙе.

Был хәлдән һуң өләсәйҙең хәлен белеү теләге тағы ла ҡыҙғандан ҡыҙҙы. Бер көн ике сумка аҙыҡ-түлек алып, берәүгә лә әйтмәй юлландым өләсәйгә. Бөкрәйгән, ҡартайған, йөҙҙәре ҡарайған өләсәйҙе күреп иҫем китте. “Минән көлөргә килдеңме, бар, әсәйең ҡайтып һөйлә. Әйҙә мине сәйнәгеҙ. Һеҙҙең башҡа эшегеҙ бармы. Ана Алинамды күрҙеңме, шартлатып уҡып йөрөй. Һинең кеүек урамда хәйерселәп йөрөргә ваҡыты юҡ. Йә, нимә алып килдең, бир ҙә," -тип ҡулын һондо. Сумкаларҙы тартып тигәндәй алып, танау осонда ғына ишекте ябып ҡуйҙы. “Башҡаса килеп йөрөмә, аяғыңды тиҙ ҡыҫҡартырмын!”

Был хәлде өйҙәгеләргә һөйләмәй булдыра алманым. Атайым менән әсәйем шул уҡ көндө өләсәйҙе үҙебеҙгә күсереп алырға хәл итте. Тик өләсәй уларҙы ла яман һүҙҙәр менә ҡарғай-ҡарғай ҡыуып сығарған. Атайым Әсмә апайҙы уға ярҙам итеүен һораны. Уныһы ла әсәйҙең ҡыйығы китә башлаған тип ҡул ғына һелтәне.

Аҙаҡҡы күрешеүҙән ике ай ҙа үтмәне, өләсәйҙең вафат булыуын ишеттек. Бер ҙә ҡыйығы китмәгән ине уның. Ошондай хәлгә ҡалауында, беҙҙең ярҙам итмәүебеҙ тураһында хат яҙып ҡалдырған. Фатирын Алинаға яҙҙырған. Көслө дарыуҙар һатып алып ағыуланған.

Бәлки мине таныусылар булыр. Ҡаты ҡағылмаһағыҙ ине, былай ҙа өләсәйем өсөн күңелем һыҙлай. Мин ҡулымдан килгән бар эштәрҙе лә эшләгәнмендер,тип үҙемде тынысландырырға тырышам.

Ихтирам менән Әмилә.

 

Автор:Альфира Узянбаева