АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
17 Август 2021, 18:00

Яһатһағыҙ отолмаҫһығыҙ

Сибай үҙәк дауаханаһына «Спутник Ви Лайт» вакцинаһының яңы партияһы килтерелде. Был препарат та «Спутник V» привикаһы кеүек үк ныҡлы өйрәнелгән һәм тикшерелгән.

Яһатһағыҙ отолмаҫһығыҙ
Яһатһағыҙ отолмаҫһығыҙ

 

«Спутник Ви Лайт» революцион бер компонентлы вакцина. Ул вакцинацияның этабын икеләтә арттырыуға ярҙам итә. Уның өҫтөнлөгө шунан ғибәрәт: быға тиклем яһалған прививканың ике этабын берләштерә, йәғни ул бер мәртәбә генә һалына. Эффектлылығы ла ике тапҡыр яһалған уколдарҙан юғары. Лаборатор тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, «Спутник Лайт» коронавирустың бөтә төр яңы штамдарына ла ҡаршы торорға ярҙам итә.

 

--«Спутник Лайт» прививкаһы Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология фәнни үҙәгендә етештерелгән. Вакцина векторлы булып иҫәпләнә. Ул рекомбинант аденовирус миҡдары нигеҙендә булдырылған. Прививка һалдырғандан һуң ул кеше организмына ят булған коронавирустың С аҡһымын бүлеп сығара башлай. Организмда антиесем барлыҡҡа килә һәм ул иммунитетты нығыта. Был привиканы күптән түгел вируслы сирҙәр менән ауырып алғандар, хроник сирлеләр яһата ала. Уны йөклө, бала имеҙеүсе ҡатындарға һәм йәштәре 70-тән өлкәндәргә генә һалдыртырға тәҡдим ителмәй,-- ти баш табиптың амбулатор-поликлиника эше буйынса урынбаҫары Гүзәл Һөйөндөкова.

Табип шулай уҡ «Спутник Лайт» вакцинаһы хәүефһеҙ, уңайлы һәм һәр кем эшләтә алырлыҡ прививка булыуы менән алдырыуын белгертә. Бер тапҡыр яһалыу менән генә түгел, коронавирусҡа ҡаршы йәһәт кенә антиесем булдырыуы менән дә алдыра. Ул шулай уҡ ковид-19 сиренең бөтә төр мутацияларына ҡаршы торорлоҡ эффект бирә.

Үҙеңдең һәм яҡындарыңдың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймау – ғүмереңә яуаплы ҡарау билдәһе. Прививка яһатыу өсөн артыҡ көсөргәнеш кәрәкмәй: вакцина яһатыу анкетаһын тултырырға һәм процедура кабинетына барырға ғына кәрәк.

Әлеге ваҡытта ҡала дауаханаһына 300 доза вакцина килтерелгән.

 

 

Автор:Гульдар Кадаева