Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
13 Август 2021, 20:00

Прививка яһат та бүләк от

 14 августа Сибай телевидениеһында “Сибай прививкалы” акцияһы сиктәрендә икенсе отош үткәреләсәк. Беренсе отошта төрлө приздарға лайыҡ булыусылар бүләктәрен алып бөттө тиерлек.

Прививка яһат та бүләк от
Прививка яһат та бүләк от

Ҡалабыҙҙа “Сибай прививкалы”акцияһы дауам итә. 15 июлдә башланған сара урында август аҙағына ҡәҙәр ойошторола.

 14 августа Сибай телевидениеһында “Сибай прививкалы” акцияһы сиктәрендә икенсе отош үткәреләсәк. Беренсе отошта төрлө приздарға лайыҡ булыусылар бүләктәрен алып бөттө тиерлек.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: сарала 1 августан алып 14 август арауығында ковид-19 сиренә ҡаршы прививканың беренсе компонентын яһатыусы, йәки вакциянацияның тулы курсын үтеүсе 18 йәштән өлкәндәр даландарын һынап ҡарай ала. Акцияла ҡатнашыу купондарын вакцинацияға алдан яҙылыу пункттарында – ҡала китапханалары һәм “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубында тултырырға мөмкин.

Фото Сибай телевидениеһы төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева