АТАЙСАЛ
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
13 Август 2021, 18:00

Һөнәр эйәләре талап ителә

«СНЭМА-СЕРВИС» йәмғиәте уҙғарған вакансиялар йәрминкәһе аша эш табыусыларға сараның тағы бер ыңғай яғын әйтеп үтеү кәрәк. Эш хаҡының конвертта, һоро схема аша түгел, рәсми рәүештә түләнеүендә. Кешеләрҙең хеҙмәте тейешле баһалана һәм тейешле кимәлдә түләнә.

Һөнәр эйәләре талап ителә
Һөнәр эйәләре талап ителә

Вакансиялар йәрминкәһе эш эҙләүселәр һәм уны тәҡдим итеүселәр өсөн бик уңайлы мөхит. Шуға ла Сибай мәшғүллек үҙәге ошондай йәрминкәләрҙе йышыраҡ ойоштороп ҡалалаштарҙың финанс һәм иҡтисади хәлен яҡшыртырға тырыша.

Вакансиялар йәрминкәһе күптән уҙғарыла һәм ул ике яҡ өсөн дә бик отошло. Ҡаланың мәшғүллек үҙәгендә һуңғы тапҡыр ойошторолған йәрминкәлә сибайҙарҙы ғына түгел, тотош Урал аръяғы халҡын вахта ысулы менән эшкә йәлеп итеү маҡсаты ҡуйылды. Ундай мөмкинлекте эш эҙләүселәргә «СНЭМА-СЕРВИС» йәмғиәте тәҡдим итә. Республикабыҙҙың иң эре төҙөлөш компанияларының береһе булған предприятие төҙөлөш-монтаж, көйләп ебәреү, сервис хеҙмәтләндереүе һәм Рәсәйҙең яғыулыҡ-энергетик комплексын метрология йәһәтенән тәьмин итә. Уның филиалдары һәм вәкиллектәре, структура подразделениелары бөтә ил буйынса булдырылған. Шуларҙың береһе беҙҙең күптән түгел беҙҙең Сибай ҡалаһында ла эшләй башланы. Әлеге ваҡытта компанияға слесарҙар, монтажниктар, инженерҙар, водителдәр, машинистар һәм мастерҙар, дөйөм алғанда 30-ҙан ашыу һөнәр эйәләре талап ителә.

--Сираттағы вакансиялар йәрминкәһендә шуныһы менән әһәмиәтле: предприятиеның урында структур подразделениеһы уңышлы эшләй башлаған ваҡытта уҙғарылыуында. Хәҙер сибайҙар һәм төбәктә йәшәүселәр вахта ысулы менән эшкә үҙебеҙҙең ҡалала урынлашып, сит тарафтарға барып эшләп ҡайта ала. Тимәк, рәсми эшкә урынлашыусыларҙың социаль пакетҡа хоҡуғы була. Ҡырҙа эшләүселәрҙе күптәре бындай мөмкинлектән файҙала алмай. Эш хаҡының да ярайһы уҡ кимәлдә булыуы ҡыҙыҡтыра,-- тине “Урал аръығы” халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Руслан Хәбиров.

 

«СНЭМА-СЕРВИС» йәмғиәте уҙғарған вакансиялар йәрминкәһе аша эш табыусыларға сараның тағы бер ыңғай яғын әйтеп үтеү кәрәк. Эш хаҡының конвертта, һоро схема аша түгел, рәсми рәүештә түләнеүендә. Кешеләрҙең хеҙмәте тейешле баһалана һәм тейешле кимәлдә түләнә.

Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында төҙөлөш компанияһы уҙғарған эш тәҡдим итеү сараһында ҡатнаша алмағандарға борсолорға урын юҡ. Ундайҙар туранан-тура Сибай халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә барып анкета тултыра һәм ойошмаға талап ителгән һөнәрҙәр буйынса тулы мәғлүмәт ала ала.

Автор:Гульдар Кадаева