АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
4 Август 2021, 13:00

ХАЛЫҠ ТАЛАБЫ - ЗАКОН

Ауылда спиртлы эсемлек һаталармы? Тыйырға теләйһегеҙме? Быны законға ярашлы эшләргә була...

ХАЛЫҠ ТАЛАБЫ - ЗАКОН
ХАЛЫҠ ТАЛАБЫ - ЗАКОН

Башҡортостан йәмәғәтселеге “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеү яулаусы ауылдарҙа спиртлы эсемлектәрҙе тыйыу кәрәк тип белдерә. Уларҙы Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров та хуплай:

--Ҡыҙғанысҡа күрә, “Айыҡ ауыл” тип табылған төбәктәрҙә спиртлы эсемлектәр, хатта суррогаттар һатыла. Быға юл ҡуйырға ярамай. Уларҙың исеме есеменә тура килергә тейеш.

Депутат фекеренсә, был проблеманы закон кимәлендә хәл итергә кәрәк. Башҡортостанда урындағы халыҡ талабына ярашлы аныҡ бер ауылда алкоголле эсемлектәрҙе тыйырға мөмкин. Әммә бер ауыл да, хатта “Айыҡ ауыл”дар ҙа уны үҙ практикаһына алмаған.

Был идеяны Бөтө донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, БДМУ профессоры, атҡаҙанған табип Сәлиә Мырҙабаева ла хуплай. Ул беледереүенсә, июнь айында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы кәңәшмәлә ошо юҫыҡтағы закондар буйынса фекер алышыу булған.

--Йәмәғәт әүҙемселәре “Айыҡ ауыл” исемен йөрөтөүсе ауылдарҙан быны талап итергә тейеш. Әгәр ауылда сход үткәреп, урындағылар иҫерткес эсемлек һатыуға ҡаршы булһа, законлы рәүештә быны тыйып була,--ти ул.

Ысынлап та, “Айыҡ ауыл” исеме йөрөтөп, күләмле премиялар алыуға өлгәшкән төбәктәр үҙ исеменә тап төшөрмәҫкә бурыслы. Йәмәғәтселәр унда йәшәүселәрҙе сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға саҡыра, шулай уҡ ауылға ингән ергә “Айыҡ ауыл” тип һәм спиртлы эсемлектәр тыйылыуын белгертеп баннер элергә өндәй.

 

 

Автор:Резеда Валиева