АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
13 Июль 2021, 17:00

Һыу инеүҙәре рәхәт тә ул, батыуҙары ҡыйын

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республиканың йылға-күлдәрендә йыл башынан алып 31 кеше батып үлгән, шул иҫәптән - 10 бала һәләк булған. 98 сабыйҙың ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалғандар. Һыуҙарҙа кешеләрҙең һәләк булыуын, йәрәхәтләнеүен кәметеү өсөн 9 июлдән 11 июлгә тиклем һыу ятҡылыҡтарында ведомство-ара иҫкәртеү төркөмдәре тарафынан патруль ойошторолған.Тәртип боҙоуҙар башлыса тыйылған урындарҙа һыу инеүгә, билдәләнгән урындан үтеп йөҙөп китеүгә, һыу транспортында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүгә ҡағылған.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республиканың йылға-күлдәрендә йыл башынан алып 31 кеше батып үлгән, шул иҫәптән - 10 бала һәләк булған. 98 сабыйҙың ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалғандар.
Һыуҙарҙа кешеләрҙең һәләк булыуын, йәрәхәтләнеүен кәметеү өсөн 9 июлдән 11 июлгә тиклем һыу ятҡылыҡтарында ведомство-ара иҫкәртеү төркөмдәре тарафынан патруль ойошторолған.Тәртип боҙоуҙар башлыса тыйылған урындарҙа һыу инеүгә, билдәләнгән урындан үтеп йөҙөп китеүгә, һыу транспортында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүгә ҡағылған.

Сибай ҡалаһы пляжында быйыл бәхетһеҙ осраҡтар теркәлмәгән. Әммә тынысланырға иртәрәк, йәйге селлә дауам итә, көндәр бер аҙ һыуына төшһә лә йылға буйында ял итергә теләүселәр кәмемәй. Ҡотҡарыусылар уларҙан күҙ яҙлыҡтырмай.
3 йыл рәттән ҡала пляжында ҡотҡарыусы булып эшләүсе Самат Бикмурзин әйтеүенсә, улар яр буйҙарын, вышканан тороп, катерҙар менән йөрөп тә контролдә тота. Берәй киҫкен хәл була ҡалһа, ярҙам күрһәтергә улар һәр ваҡыт әҙерҙәр. Махсус ҡотҡарыу һабаҡтары алған хеҙмәткәрҙәр күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн ял итеүселәрҙе һыуға төшкәндә бик һаҡ булырға өндәй. Иң мөһиме—паникаға бирелмәҫкә, хәүефһеҙлек һағында тороусы хеҙмәткәрҙәр барлығын иҫтән сығармаҫҡа саҡыра.
Автор:Гульдар Кадаева